Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Ғинуар 2021, 16:20

Бөгөн - Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө Бурыстары – закондар үтәлешен тәьмин итеү

1722 йылдың 12 ғинуарында Рәсәй императоры Петр I указы менән генераль-прокурор вазифаһы булдырыла һәм Рәсәй прокуратураһы институтына нигеҙ һалына. Ул йылдарҙа прокуратура тикшереү һәм күҙәтеү эшен алып бара. Хәҙерге заманда прокурорҙар вәкәләттәре күпкә киңәйҙе. Прокурор бөтә хоҡуҡ һаҡлау органдарының енәйәтселеккә ҡаршы көрәшен берләштерә, илдә законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе гаранты булып тора. Район прокуроры ярҙамсыһы Асҡар Мусин был өлкәлә 2015 йылдан бирле эшләй.

Ата-әсәләре юридик өлкәлә эшләгәс, Асҡарға һөнәр һайлау буйынса күп уйланырға тура килмәй, ул яҡындарының эҙенән китә. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында белем ала. 2015 йылда хеҙмәт юлын беҙҙең районда башлап ебәрә ул. Бурыстарына яуаплы ҡараған, эшен еренә еткереп башҡарған белгес, тиҙәр уның тураһында хеҙмәттәштәре. Асҡар Эдуард улының бурыстары судтарҙа енәйәт эштәре буйынса дәүләт ғәйепләүен һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен күҙәтеү менән бәйле.
- Районды, дөйөм алғанда, криминогҽн яҡтан тыныс тип әйтергә мөмкин. Күпселек енәйәттәр, нигеҙҙә, кеше һаулығына һәм мөлкәтенә зыян килтереүгә бәйле. Улар күбеһенсә спиртлы эсемлектәр ҡулланған килеш ҡылына. - ти Аскар Эдуард улы.
Эйе, яуаплы ла, абруйлы ла һөнәр ул прокурор. Яҡшы прокурор исемен йөрөтөү өсөн институт тамамлап, закондарҙы өтөрөнә тиклем белеү генә аҙ, бында кеше хәленә инә белеү, намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, принципиаллек, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарға эйә булыу мөһим. Етди өлкәлә бурыстарҙы уңышлы атҡарыр өсөн күп осраҡтарҙа ял һәм байрам көндәрендә лә эшләргә тура килә. “Һөнәремде яратып башҡарғас, ваҡыт менән иҫәпләшмәйем. Күңел һалып эшләгән эштең һөҙөмтәһе лә була. Эшемдең ауырлығын һәм яуаплылығын аңлаған ғаиләмә рәхмәт. Хеҙмәттәштәремде лә байрам менән ҡотлап, иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ һәм яҡындары тарафынан аңлау һәм рухи терәк тойоуҙарын теләйем”, - ти Аскар Мусин.
Закондар үтәлешен тәьмин итеп, ғәҙеллек һағында тороусы, граждандарҙың хоҡуҡтарын, законлы мәнфәғәттәрен яҡлаусы прокуратура хеҙмәткәрҙәрен беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас: