Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Ғинуар 2021, 13:34

Рәхмәтле - тимәк, бәхетле!

Ҡыҙым бәләкәй саҡта уның менән баш ҡалаға барған бер көн хәтеремдә уйылып ҡалған.

Дауаханала беҙ инергә тейешле белгескә ҙур ғына сират ине. Башҡа ергә өлгөрөр өсөн сиратһыҙ үткәреүҙәрен һораным. Бер кем дә үтенесемде кире
ҡаҡманы. Артабан туҡталышта юлды, ниндәй транспорт менән барырға кәрәк икәнен һорап, эргәләге кешеләргә мөрәжәғәт иттем. Кемдер ентекле итеп
өйрәтте. Транспорт һаман да килмәй ҙә килмәй. Шунан балам өшөмәһен тип туҡталыштағы магазин эсенә йылынырға индек. Артыбыҙҙан бер кеше йүгереп
тигәндәй килеп инеп, беҙгә кәрәкле автобус туҡтауы тураһында әйтте. Беҙ ашығып, сығып ултырҙыҡ һәм өлгөргәнебеҙ өсөн бик һөйөндөк. Сабыйым ихлас күңелдән: “Әсәй, бөгөн тик яҡшы кешеләр генә осраны. Уларҙың һәйбәтлегенән ошо еремә рәхәт булып китте”, - тип йөрәген тотоп
күрһәткәйне. Кескенә ҡыҙымдың бөтөнләй ят кешеләрҙең изгелекле булыуҙарына, ихлас ярҙам итеүҙәре өсөн эскерһеҙ шатланыуы әле булһа иҫтә. Уйлап ҡараһаң,ошондай кешеләр күңелдәргә йылылыҡ бирә, ҡанат үҫтерә, тормошто яҡтырта, үҫеп килеүсе быуынға тәрбиә орлоҡтары ла
һала. Беҙҙең тормошобоҙ ығызығыларҙан тора. Балалар баҡсаһы, мәктәп, шунан эш, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү... Һәр нимәгә өлгөрөр өсөн ашығабыҙ,сабабыҙ, ошо арала кемгәлер яҡшылыҡ эшләйбеҙ, изгелек ҡылабыҙ, ә кемделер үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, яңылыш, һаҡһыҙ рәнйетәбеҙ ҙә. Кеше ха таһыҙ булмай, тиҙәр, тик ваҡытында аңлап, ғәфү үтенеү үҙе бер батырлыҡ ул. Матур, тылсымлы һүҙҙән, изгелектән тирә-йүн яҡтыра, бар донъя балҡый, йәшәүгә көс уяна, табиптар
әйтеүенсә, позитив мәлдәр сәләмәтлеккә лә ыңғай тәьҫир итә. Әйткәндәй, яҡшы лыҡты уйлаған кешеләрҙең йөҙҙәре лә балҡып тора, ундайҙарға башҡалар үҙҙәре лә һиҙмәйенсә тартыла. Улар атҡан таңға, тағы ла ҡояшты күргәнгә, кешеләрҙең бәләкәй генә изгелегенә, яҡты йөҙөнә лә рәхмәтле булып йәшәйҙәр. Ғөмүмән, һәр кем был донъяны бүләк итеүҙәре өсөн атай-әсәһенә ғүмер буйы рәхмәт ле. Уларҙың беҙҙе һөйөп, бар көстәрен һалып үҫтереү ҙә ренә, артабан да борсолоуҙарына, шулай уҡ туғандарыбыҙҙың терәк-таяныс булыуҙарына, күршеләребеҙҙең ихласлығына, ярҙамсыллыҡтарына, ғөмүмән, кешеләрҙең күрһәткән изгелектәренә һөйөнә беҙ, рәхмәтлебеҙ. Әммә рәхмәтте күңелдә генә йөрөтөргә түгел, әйтә белергә лә кәрәк. Рәхмәт ишетеү һәр кемдең күңеленә йылылыҡ бирә.
Хатта йыраҡ аранан да һинең ҡасандыр күр һәткән яҡшылығың өсөн теле фон аша ла был мөғжизәле һүҙҙе ишетеү кешенең күңелен күтәрә. Психология
белгестәре әйте үенсә, кешегә шатлыҡ килтерһен өсөн “рәхмәт” һүҙен һаранлан майынса, күҙгә ҡарап, ихлас йөрәктән, йылмайып әйтергә кәрәк.
Ғөмүмән, башҡа кешеләргә генә түгел, үҙеңдең тормошоңа ла рәхмәтле булыу кәрәк. Был бәхетле булыу, дөрөҫ ҡарарҙар өсөн бик тә мөһим. Матур
күңелле кешеләр менән донъя йәмле икәнен онотмағыҙ.
Рәхмәтле булығыҙ!
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
фото teatr13.ru
Читайте нас: