Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Ғинуар 2021, 09:30

Ҡолбахтин Илфир Заhир улын һәм Сол­танғәлина Эльвина Наил ҡыҙына

2658 Шәрипҡол ауылы егете Ҡолбахтин Илфир Заhир улын һәм Дәүләкән ҡалаhы hы­лыуы Сол­танғәлина Эльвина Наил ҡыҙын тормоштарындағы иң бәхетле көндәре, матур байрамдары — никах туйҙары менән ихлас күңелдән тәб­рик итәбеҙ.

Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын.
Ҡәҙерлеләребеҙгә хәйерле оҙон ғүмерҙәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, татыу­лыҡта, тигеҙлектә, бө­гөнгө хистәрен ғүмер­леккә һаҡлап, һау-сә­ләмәт, игелекле, иманлы, ми­һыр­банлы, шәфҡәтле балалар үҫтерергә һеҙгә насип итһен. Ғүмер юлы­ғыҙҙы Һандуғастай һай­рашып, күгәрсендәй гөрләшеп, бер-берегеҙгә көн дә бәхет, йылмайыу бүләк итеп үтегеҙ. Никахығыҙ имен булһын, йәндә булған хис-тойғоларығыҙ һыуынмаһын.
Бөгөн һеҙҙең яҙылышҡан,
Никахлашҡан көнөгөҙ.
Тантаналы был миҙгелдең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!
Бөгөн донъя ғәжәп нурлы,
Йылмайығыҙ, көлөгөҙ!
Бөтә донъя байрам итә,
Һеҙҙе ҡотлай — күрегеҙ!
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ, әсәйегеҙ, өләсәйегеҙ, ағайығыҙ Зөлфир, еңгәгеҙ Динара, туғанығыҙ Мират.
Читайте нас: