Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Ғинуар 2021, 15:55

Ҡоҙаҡаев Мәжит Урал улына

2643 Малай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптә­шем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡустыбыҙ, ағайыбыҙ Ҡоҙаҡаев Мәжит Урал улын 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртып торһон. Тормош ауырлыҡтарына би­реш­мәй, һәр көнгә ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, бала­ла­рыңдың изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисер. Беҙҙе ҡыуан­ды­рып, ауырымай-һыҙланмай йәшә лә йәшә әле!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, апайҙарың, еҙнәләрең, ҡустың, киленең.
***
2653 Иң яҡын кешебеҙ - атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ҡо­ҙаҡаев Мәжит Урал улы 55 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡәҙерлебеҙҙе тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Fүмер миҙгелдәренең матур байрамында атайыбыҙға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән ты­ныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашы­уын, иҫәнлек-hаулыҡта әсәйебеҙ менән тигеҙ ғүмер итеп, беҙҙең, балаларының, изгелеген күреп, бер-бере­беҙгә терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән Ҡоҙаҡаевтар, Рәхмәтуллиндар, Яппаровтар ғаиләләре.
Читайте нас: