Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Ғинуар 2021, 15:30

Әнәс Фәүзи улы һәм Фә­риҙә Һаҙый ҡыҙы Ку­чу­мовтарға

0001 Ҡыр­мыҫ­ҡа­лы ауы­лында йә­шәүсе ҡә­ҙерле­лә­ребеҙ Әнәс Фәүзи улы һәм Фә­риҙә Һаҙый ҡыҙы Ку­чу­мовтар үҙ­ҙә­ренең 70 йәш­лек оло юби­лей­ҙарын бил­дә­ләй.

Яҡындарыбыҙ бер йылда, бер айҙа донъяға килгән. Улар кеүек бөтә яҡтан тап килгән, тырыш, уңған матур парҙар һирәктер ул. 45 йыл инде донъя йөгөн бергә һәм берҙәм тарталар. Көткән донъялары һоҡланып туймаҫлыҡ. Йәйен ихаталары сәскәләргә күмелә, ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Күркәм, татыу ғаиләлә ике бала үҫте, уларға белем алырға ярҙам итеп, туйҙар яһап, оло тормош юлына сығарҙылар.
Беҙҙең туғандарыбыҙ туған йәнле, ҡунаҡсыл, изге, ихлас күңелле, ярҙамсыл, ышаныслы. Беҙ уларҙы сикһеҙ ихтирам итәбеҙ, ғорурланабыҙ, бөтәһе өсөн дә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ҡәҙерле туғандар, апай, еҙнә, бажа, үҙегеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ихлас тәбрикләйбеҙ. Һеҙгә ныҡлы иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын. Көс-ҡеүәт ташламаһын, бер-берегеҙгә терәк һәм кәрәк булып, тигеҙ йәшәргә яҙһын. Көткән донъяларығыҙ имен, көн­дәрегеҙ бәхет-шатлыҡтарға тулы, төндәрегеҙ тыныс булһын. Балаларығыҙға ныҡлы терәк, ейән-ейән­сәр­ҙәрегеҙгә хәстәрлекле, яратҡан олатай, өләсәй булып, уларҙың күңел йылыһын, ихтирамын тойоп йәшәгеҙ.
Иң изге теләктәр менән апайығыҙ Әминә, һеңлеләрегеҙ Тәнзилә, Тәғзимә, бажа-кейәүҙәрегеҙ Хәмит, Володя, Фәнил һәм беҙҙең балалар, ейән-ейәнсәрҙәр.
Читайте нас: