- Байрам алдынан балалар Ҡыш бабайға хат яҙып, нимә теләгәндәрен белдергәйне. Уларҙың теләктәр яҙылған хаттары район хакимиәте бинаһында урынлашҡан шыршыға эленде. Бына ошо эскерһеҙ йөрәк түрендәге теләктәрҙе үтәү өсөн өлкән ағай һәм апайҙар тырышты ла.
Мохтаж булған балаларға, етемдәргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарға ярҙам күрһәтергә йүнәлтелгән акцияға предприятелар, учреждениелар, бюджет хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, хеҙмәт коллективтары, шулай уҡ ярҙам итергә теләге булғандар ихлас ҡушылды. Хат яҙыусы балаларҙың йәштәре төрлө булһа, теләктәрҙең дә төрлөһө бар ине. Кемдер ата-әсәһенә, туғандарына сәләмәтлек теләһә, кемдер тәмлекәстәр һораны. Быйылғы пандемия арҡаһында дистацион уҡыуға бик кәрәкле булған телефон, планшет, ноутбук һораусылар ҙа осраны. Ҡурсаҡтар, радио менән идара ителгән машиналар, тюбингтар, тимер аяҡтар, хоккей, һүрәт төшөрөү өсөн йыйылмалар һәм башҡа уйынсыҡтар алырға теләүселәрҙең дә теләктәре ҡабул булды. Барлығы етмешкә яҡын балаға ярҙам күрһәтелде.
Мөғжизәләр көткән осорҙа теләктәр үтәлде, хыялдар тормошҡа ашты, балалар шат, ата-әсәләр ҡәнәғәт ҡалды, ә ярҙам ҡулы һуҙыусылар рәхмәтле булды.
Фәниә БАТЫРШИНА яҙып алды.