Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Ғинуар 2021, 15:56

Хисмә­тул­лина Миң­легөл Рәйес ҡыҙына

2652 Ҡырмыҫҡалы ауылын­да йәшәү­се ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ,нур һибеүсе яҡты ҡояшыбыҙ Хисмә­тул­лина Миң­легөл Рәйес ҡыҙын күркәм юбилейы менән ысын кү­ңел­дән ҡотлайбыҙ.

Һин күк йө­ҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртаһың һәм йылытаһың! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, тирә-яғыңда күҙҙен яуын алып торған нурлы гөлдәр үҫтереп, яҡындарыңдың их­тирамында, беҙ — балаларыңдың игелегендә, изге­ле­гендә иҫән-имен оҙаҡ, тулы бәхеттә йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә, аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ирек, ҡыҙың Айгөл, улың Илнур, кейәүең Азат, киленең Алина, ейәнсәрҙәрең Әминә, Эвелина, ейәнең Раян.
Читайте нас: