Яҡыныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош, эшендә уңыштар теләйбеҙ. Уңған, хәстәрлекле атай булып, улың һәм ҡыҙыңа матур тәрбиә бирҙең, туғандарыңа һәр саҡ ярҙамсыл, изге күңелле, игелеклеһең. Киләсәктә лә шулай асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал яҡындарыңа терәк-таяныс булып, тормоштан йәм алып, барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, атайың, һеңлеләрең, Гөлсинә, Эльмира, Гөлфинә, ҡустың Рәмзил, кейәүҙәрең Илшат, Альберт, Илнур, беҙҙең балалар, улың Руслан һәм ҡыҙың Гүзәлиә.