Республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова "Инстаграм"дағы шәхси сәхифәһендә, яңы йыл өр-яңы мөмкинлектәр бирһен, барығыҙҙың да уй-теләктәре тормошҡа ашһын, тип теләгән.
"Һәр кем йыл аҙағында "Минең өсөн иң яҡшы, уңышлы йыл булды быйыл" тип әйтә алһын ине", - тип яҙған Каринэ Хәбирова. Ул шулай уҡ ғаиләһе менән 2021 йылды нисек ҡаршы алғаны хаҡында ла белдергән.
"Быйыл барыһы ла бала саҡтағы кеүек булды: шыршы, уны балалар менән биҙәү, Яңы йыл төнө мәшәҡәттәре, ата-әсәләр һәм "Оливье", - тип яҙған Каринэ Хәбирова.