Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Декабрь 2020, 06:12

Яңы йыл ялдарында ҡайҙа барырға?

Был йәһәттән һеҙгә "Яңы йыл календары" ярҙамға киләсәк.

Йола буйынса, Яңы йыл каникулдары осоронда республиканың барлыҡ урындарында, байрам тамашаларынан тыш, спорт һәм мәҙәни саралар ҙа үтәсәк. Илдәге санитар-эпидемиологик шарттарға бәйле, уларҙың күпселеге тышта йәки онлайн форматта ойоштороласаҡ. Республикала йәшәгән һәр кем күңеленә ятҡан ял төрө таба, ваҡытын ғаиләһе, яҡындары менән ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп үткәрә аласаҡ. Девиз үҙгәрешһеҙ: “Башҡортостан – спорт, туризм, мәҙәниәт һәм һаулыҡ биләмәһе!” Кешеләргә һайлау уңайлы булһын өсөн икенсе йыл рәттән “Яңы йыл календары-2021” әҙерләнә. Унда Башҡортостандың ҡала-райондарында, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт, белем биреү учреждениеларында үткәреләсәк байрам саралары тупланған. Аныҡ мәғлүмәт алыу өсөн үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ҡала, район йәки учреждениены һайларға кәрәк. Ошо графаға баҫһаң, унда ниндәй көндә ниндәй саралар үтәсәге килеп сығасаҡ. Быйыл календарҙың һәр көнө аныҡ бер тематикаға арналған. 25 декабрь – “Йомшаҡ шыршы һәм бүләктәр көнө”, 26 декабрь – “Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу көнө”, 27 декабрь – “Батырҙар көнө”, 28 декабрь – “Яңы йыл ҡотлауҙары көнө”, 29 декабрь – “Яңы йыл хаттары һәм открыткалары көнө”, 30 декабрь – “Ихата карнавалы көнө”, 31 декабрь – “Яңы йылды ҡаршылау көнө”, 1 ғинуар – “Сәләмәтлек көнө”, 2 ғинуар – “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө”, 3 ғинуар – “Ҡышҡы уйындар көнө”, 4 ғинуар – “Ҡар һәм боҙ фестивале көнө”, 5 ғинуар – “Таҙа ҡыш көнө”, 6 ғинуар – “Йылылыҡ һәм ғаилә йәме көнө”, 7 ғинуар – “Раштыуа тыуыуы православ байрамы”, 8 ғинуар – “Музыка көнө”, 9 ғинуар – “Халыҡ бейеүе көнө”, 10 ғинуар – “Милли аш-һыу көнө”, 11 ғинуар – “Бөтә донъя рәхмәт көнө”, 12 ғинуар – “Ижад көнө”, 13 ғинуар – “Интеллектуаль һәм өҫтәл уйындары көнө”, 14 ғинуар – “Белем көнө”. Әлеге ваҡытта календарь Яңы йыл саралары менән тулыландырыла. Яҡын арала ул тулыһынса әҙер буласаҡ. Фото: novosti33.ru Автор: Альфия Мингалиҽва
Читайте нас в