Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Декабрь 2020, 06:08

Бәләкәстәр өсөн байрам табынына тәмлекәстәр

Яңы йыл – ғаилә байрамы. Һеҙҙең иғтибарға балалар өсөн тәмле лә, үҙенсәлекле лә рецепттар тәҡдим итәбеҙ.

Яңы йыл – ғаилә байрамы, шуға күрә табын әҙерләгәндә иң кескәй ҡунаҡтар тураһында ла оноторға ярамай. Һеҙҙең иғтибарға балалар өсөн тәмле лә, үҙенсәлекле лә рецепттар тәҡдим итәбеҙ. Яңы йыл перәниктәре Беҙгә 200 грамм он, бер йомортҡа һарыһы, 100 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы бал, ике аш ҡалағы шәкәр, бер балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, самалап тоҙ кәрәк буласаҡ. Тәм өсөн имбир, дәрсен йәки мөшкәт сәтләүеге онтағы ҡушырға мөмкин. Глазурь өсөн бер йомортҡа ағы 100 грамм шәкәр онтағы алына. Май, бал, шәкәр һәм йомортҡа һарыһын яҡшы итеп туҡырға. Он, ҡамыр йомшартҡыс, тоҙ һәм тәм биогән өҫтәмәләрҙең береһен ҡушып, ҡамыр баҫырға һәм бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Йомортҡа ағын шәкәр онтағы менән бергә ҡушып, блендерҙа ҡуйырғансы туҡырға һәм уны ла һалҡынға ҡуйырға. Ҡамырҙы йәйеп, төрлө фигуралар яһап ҡырҡырға һәм 180 градусҡа тиклем йылынған мейестә 10-15 минут тирәһе бешереп алырға. Һыуынған перәниктәрҙе глазурь ярҙамында биҙәргә. Зефирлы десерт Был тәмлекәс өсөн 100 грамм зефир, 200 грамм ҡуйы ҡаймаҡ, бер хөрмә, бер киви, бер банан, грек сәтләүеге, биҙәү өсөн бөтнөк япрағы һәм гранат алына. Зефирҙы ваҡлап ҡаймаҡҡа ҡушырға һәм блендерҙа бер массаға әйләнгәнсе туҡырға. Емештәрҙе үҙегеҙгә оҡшағанса турарға. Десерт түбәндәгесә ҡатлап эшләнә: банан, зефирлы-ҡаймаҡлы крем, киви, крем, хөрмә, крем, иң өҫкә ваҡланған грек сәтләүеге һибелә. Әҙер тәмлекәсте бөтнөк япрағы һәм гранат емеше менән биҙәргә. Был ризыҡтағы емештәрҙе балағыҙ яратҡан төрҙәргә алмаштырырға ла мөмкин. Шулай уҡ нисек биҙәү ҙә – һеҙҙең фантазияла. Фото: livemaster, russianfood.com Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: