Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Декабрь 2020, 14:20

Тылсымлы миҙгел хәүефлегә әйләнмәһен

Күптәр ҡыш еткәнен һағынып көтөп ала. Күбәләктәй осҡан ҡар, саф һауа, ағастарҙағы ап-аҡ бәҫ, Яңы йылдың бына-бына ишек ҡағыуы тылсымлы мәл кеүек тойола. Әммә ҡыш үҙенсәлекле матурлыҡтары менән бергә хәүефле мәлдәр ҙә алып килә.

Боҙҙа һаҡ булығыҙ!

Бала-саға боҙҙа уйнағанда, ир-ат мәке янында балыҡ ҡармаҡлағанда, йылға аша сыҡҡанда йыш ҡына хәүефле осраҡтар килеп сыға.

Күптән түгел, Әбйәлил районындағы Атауҙы күлендә балыҡсының боҙ менән бергә туңған кәүҙәһе табылыуы күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы.

Балыҡ тоторға тип килгән илле йәшлек ир, күл ярынан 100 метр тирәһе киткәс, боҙ аҫтына киткән һәм батҡан.
Ҡышҡы һыу айырыуса ҡурҡыныс. Ни өсөн тигәндә, тән температураһының тиҙ төшөүе кешене фалижға килтерә һәм ул хәрәкәт итә алмай, тонсоғоп һәләк була.

Һыуҙа үлем осраҡтары күберәк ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәндән килеп сыға. Әйтәйек, норма буйынса боҙҙан сығып йөрөр өсөн уның ҡалынлығы кәмендә 10-12 сантиметр булырға тейеш.

Боҙға ҡар ятһа, бүтән урында боҙ ҡалынлығы 10 сантиметр булғанда ла, ҡар аҫтында өс сантиметр ғына тәшкил итеүе мөмкин. Көҙ, яҙ осоронда төркөм менән боҙ аша сыҡҡанда кешеләр араһы 5-6 метр булырға тейеш. Саңғы менән йоҡа боҙ аша сыҡҡанда, аяҡ кейемен саңғының бауынан ысҡындырырға кәрәк. Шулай уҡ саңғы таяҡтарының бауын ҡулдан ысҡындырыу ҙа дөрөҫ булыр. Был осраҡта рюкзакта бер яурынға ғына аҫырға кәрәк. Таяҡтар менән төртөп, боҙҙо тишергә лә мөмкин.

Ҡая аҫтарынан сығып, йылғаларға ҡойған шишмә һыуҙары йылыраҡ була, шуға күрә ул тирәлә боҙ һәйбәтләп туңмай, туңһа ла, бик йоҡа була.

Балыҡ тотҡанда бер урында боҙҙо күп ерҙән тишергә ярамай. Шулай уҡ бер урында күмәк кеше урынлашыуы ла дөрөҫ түгел. Һәр балыҡсы үҙе менән 12-15 метр оҙонлоғондағы ныҡлы бау алып йөрөргә тейеш. Бауҙың осона 400-500 грамм ауырлыҡта йөк тағырға, ә икенсе осон тотонорлоҡ итеп көрмәргә кәрәк.

Боҙ йоҡа булғанда, балаларҙың тауҙан һыу яғына ҡарап сана, саңғы шыуыуы ла һәләкәткә килтереүе ихтимал. Ҡыҫҡаһы, боҙҙа бик һаҡ булыу шарт.

Ҡышҡы юл – һынау

Ҡышҡы юл — водителдәр һәм пассажирҙар өсөн, ысынлап та, ҙур һынау. Күңелһеҙ хәл-ваҡиға булмаһын өсөн, һәр кемгә яҡшы таныш булған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк, ти белгестәр.

Декабрь, ғинуар, февраль — иң хәүефле айҙар, һауа торошон күҙаллап булмай. Көн һайын тиерлек ҡарлы буран буласағы хаҡында иҫкәртәләр. Бындай көндә яҡшы хужа этен дә өйөнән сығармаҫ, ә алыҫ юл тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Һауа торошо насар булғанда айырыуса таулы юлға — мәҫәлән, Өфө – Белорет трассаһына сығыу хәүефле. Йыл һайын ҡыш халыҡта “Ҡәйнә теле” тип йөрөтөлгән урында бер нисә саҡрымға һуҙылған тығындар хасил була. Бүтән юлды һайларға ла мөмкин бит. Әйтәйек, үҙегеҙ теләгән урынға тимер юл транспорты йәки автобус менән барырға була.

Йылы кейенегеҙ!

“Роспотребнадзор” идараһы Рәсәй халҡына һалҡын көндәрҙә өшөмәҫ, аяҡ-ҡулды туңдырмаҫ өсөн, тәмәке тартмаҫҡа һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, иркен, йылы кейенергә кәңәш итә.

Белгестәр, тығыҙ, дымлы аяҡ кейеме, тар өҫ кейеме кейеү, талсыҡҡан, ас, оҙаҡ хәрәкәтһеҙ һәм уңайһыҙ хәлдә булыуҙың туңыуға килтереүе бар, тип киҫәтә.

Кисергән ауырыуҙар һөҙөмтәһендә организмы ҡаҡшаған кешеләр ҙә тиҙерәк өшөй. Бынан тыш, һалҡында тәмәке тартыу һәм алкоголь ҡулланыу ҙа йыш ҡына фажиғәле һөҙөмтәләргә килтерә.

Урамда түбән температура булғанда бейәләй, бүрек кейергә, шарфһыҙ йөрөмәҫкә, һәм урамға сығыр алдынан ашарға, туңа башлауыңды һиҙһәң, шунда уҡ йылы бинаға инергә кәңәш ителә.

Аяҡтар туңған осраҡта, урамда аяҡ кейемен сисергә ярамай, сөнки уларҙың шешенеүе ихтимал. Ҡул туңған осраҡта ҡултыҡ аҫтына ҡуйып йылытырға була.

Ғөмүмән, һауа торошона ярашлы кейенеү зарур. Ҡыш эстән бер нисә ҡат кейергә кәрәк, эске кейем еүешлекте һеңдермәй торған булһа (полиэстерҙан), яҡшы. Уртансы өлөш йылы һаҡлай торған, йәғни флис йә йөндән булһын. Тышҡы кейем елдән, яуым-төшөмдән һәйбәт һаҡларға тейеш. Йылы башлыҡ, шарф, бейәләй, һыу үткәрмәй торған аяҡ кейеме – улар инде мотлаҡ.

Аяҡ кейемен дөрөҫ һайлағыҙ

Аяҡ кейеме балтырҙы ҡыҫып торорға тейеш түгел. Беренсенән, ул матур күренмәй, икенсенән, ҡан тамырҙары өсөн дә зыянлы.

Ҡыҫыҡ аяҡ кейеме бер ҡасан да һуҙылмай, ул бары аяҡтың формаһын ғына ала.

Итек һайлағанда, уны ике аяҡҡа ла кейеп, йөрөп ҡарағыҙ.

Олтораҡҡа иғтибар итегеҙ. Ҡышҡы аяҡ кейемендә ул йөндән булырға тейеш. Тиренән эшләнелгәне тағы ла йылыраҡ була. Күндән эшләнгәндең йылыһы булмай.

Идеаль итектең табаны ҡытыршы һәм ҡалын ғына булырға тейеш.

Ҡыш иң ышаныслы аяҡ кейеме быйма икәнлеген онотмағыҙ.

Өшөүҙең тәүге билдәләре

Һауа температураһы түбән төшкән һайын, кешенең туңыу хәүефе арта. “Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, йылылыҡ әйләнеше системаһы нығынып етмәгән балалар һәм оло йәштәгеләр һыуыҡҡа тиҙерәк бирешә.

Өшөүҙең тәүге билдәләре: тире бер ни һиҙмәй, шул урын ҡыҙарып тора, ныҡ итеп сәнскеләй. Өшөгән урынды 20-30 минут тирәһе йылытыу ҙа хәлде төҙәтә. Туңған урынды йылы һыуҙа тоторға кәрәк, тик ул эҫе булмаһын.

Нығыраҡ өшөгәндә, тире ағарып ҡата, шешектәр менән ҡаплана. Бындай ваҡытта йәһәтерәк медицина ярҙамы алырға тырышырға кәрәк. Туңған ерҙе бер үк ҡар менән ышҡымағыҙ, юҡһа, хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе бар. Шулай уҡ йылыныу өсөн электр грелкаһы, йылытҡыстар, асыҡ утты ҡулланыу тыйыла, сөнки туңған тиренең тойоу һәләте булмағанлыҡтан, уны яндырыу ҡурҡынысы тыуа.

Ныҡ туңғанда тән температураһы түбәнәйә, ҡалтырата, йоҡо баҫа, аң, телмәр бутала, хәрәкәт боҙола. Был осраҡта зыян күреүсене йылы урынға индерергә, уның еүеш һыуыҡ кейемен систереп, йылы ҡороһон кейҙерергә, шәрбәтле йылы һыу эсерергә кәрәк. Алкоголь биреү тыйыла!

Туңыуҙың тәүге билдәләрен һиҙеү менән (ҡалтыратыу, һиҙгерлек юғалыу, ойоу) яҡындағы йылы бинаға инегеҙ. Өшөгән урындарҙы йылы ҡул, йөн туҡыма менән еңелсә һыпырығыҙ. Һуңынан вата-марля (ҡул аҫтындағы йомшаҡ туҡыма) менән бәйләп ҡуйығыҙ. Мөмкинлек булыу менән, медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ.

Ғөмүмән, ҡышҡы һалҡындарҙа бик һаҡ булырға кәрәк. Минең менән ҡурҡыныс хәл килеп сыҡмаясаҡ, тип уйлау дөрөҫ түгел. Бәлә аяҡ аҫтында, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.


Янғын хәүефһеҙлеге тураһында онотмағыҙ!
Йылытыу миҙгелендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, вайымһыҙлыҡ арҡаһында янғын сығыу һәм унда кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары йышая. Көндәр һалҡынайғас та, күптәр мейес яға һәм электр йылытҡыстарынан файҙалана башлай.

Һалҡын көндә шулай уҡ янғын хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бирегеҙ:
* бинаны йылытыу маҡсатында төҙөк электр йылытыу приборҙарын ғына тотоноғоҙ;

* электр селтәрҙәренең ҡыҙыуынан һаҡланығыҙ, бер розеткаға бер нисә энергия тотоноусыны тоташтырмағыҙ;

* төнгөлөккә электр приборҙарын ҡабыҙылған көйө ҡалдырмағыҙ, уларҙы кейем киптереү өсөн файҙаланмағыҙ;

* балаларҙың электр йылытыу әйберҙәре менән уйнауын тыйығыҙ;

* уларҙы шаршауға йәки йыһазға яҡын урынлаштырмағыҙ;

* һыуыҡ ваҡытта мейес ҡыҙмаһын өсөн, көнөнә ике-өс тапҡыр 1-1,5-әр сәғәт яндырығыҙ.

Ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта “01” йәки “101” телефондарына шылтыратығыҙ!
Автор: Римма СОЛТАНОВА әҙерләне
  • Читайте нас: