Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Декабрь 2020, 15:58

Һөйөклө әсә, талапсан уҡытыусы

Уҡытыусы - ниндәй гүзәл исем!Кеше итеп һине әҙерләй.Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.(Рәми Ғарипов)Эштәге коллектив – ул икенсе ғаилә кеүек. Ғүмеребеҙҙең байтаҡ өлөшө эштә үтә, шуға хеҙмәттәштәрең дә туғандай яҡын кешегә әүерелә. Изге күңелле, итәғәтле, яғымлы, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булыусы коллегаларың булыу – үҙе бер ҙур бәхет ул. Беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ – Олокүл урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Зә­киева ла нәҡ шундай кешеләрҙең береһе. Шуға ла уны барыһы ла – уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ярата һәм хөрмәт итә.

Фәриҙә Фән ҡыҙы районыбыҙҙың хозур мөйөштәренең береһендә - Яңы Бәпес ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы Фән Хөснетдин улы шофер булып эшләһә, әсәһе Жүдә Миңнислам ҡыҙы ғүмер буйы колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр үҫтерә. Дүрт бала араһында ата-әсәһенең һөйөүөнә сорналып үҫкән ҡыҙҙың килә­сәк­кә хыялдары яҡты була – шуға урта мәктәпте тамамлағандан һуң маҡсат­тарын тормошҡа ашырыр өсөн баш ҡалаға белем эстәргә юллана. Башҡорт дәүләт университетының география-биология факультетын тамамлаған йәш педагог хеҙмәт юлын Дәүләкән районын­да башлап ебәрә. Көс-дәрте ташып торған йәш белгес ең һыҙғанып эшкә тотона. Ошо районда үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен дә осрата – Ильяс Миңлеғәле улы менән сәстәрен сәскә бәйләп, яңы ғаиләгә нигеҙ һалалар. Дәүләкән райо­нында 11 йыл география һәм биология фәндәренән уҡытҡандан һуң, яҙмыш елдәре Олокүл ауылына алып килә. Фәриҙә Фән ҡыҙы икенсе юғары белем алып, белем усағы­быҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Үҫеп килеүсе быуында телебеҙгә ҡарата һөйөү уятыу, уларға тел ҡәҙерен аңлатыу эшен бар йөрәген биреп башҡара ул. Яратҡан эш кенә бәхет килтерә, тиҙәр. Фәриҙә Фән ҡыҙы ла һәр көн эшкә яңы дәрт һәм илһам менән килә, шуға эргә-тирә­ләге­ләргә лә үҙенең күңел йылыһын өләшә белә. Тыйнаҡ та, мәрхәмәтле лә булыуы менән ул беҙҙе ысын мәғәнәһендә һоҡландыра.
Фәриҙә Фән ҡыҙы – ғаиләһендә бә­хет­ле ҡатын, әсәй һәм өләсәй. Ильяс Миң­леғәле улы менән ике ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә бирҙеләр. Бөгөн улар­ҙың һәм ейәнсәрҙәренең бәхеттәренә һөйөнөп, матур ғүмер кисерәләр. Хеҙ­мәттәшебеҙ гөлдәр үҫтерергә ярата. Йә­йен баҡсаһын аллы-гөллө сәскәләр биҙәй, ә тәҙрә төптәре – үҙе бер гөл баҡсаһы.
Ошо көндәрҙә Фәриҙә Фән ҡыҙы үҙе­нең 55 йәшлек күркәм юбилейын билдә­ләй. Фәриҙә Фән ҡыҙы, һеҙҙе ошо матур ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә тормошоғоҙ әлегеләй шатлыҡ-ҡыуаныс­тарға бай булһын, күңелегеҙ түрендә һәр ваҡыт бәхет нуры балҡыһын. Һеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡ­тарҙың иң олоһон, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын теләйбеҙ. Киләсәктә шулай изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, беҙҙең өсөн аҡыллы кәңәшсе булып, ҡәҙер-хөрмәттә, имен тормошта бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Көләс ҡояш менән атһын таңын,
Нур уйнаһын алсаҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта.
Ихлас ҡотлау һүҙҙәре менән Олокүл урта мәктәбе уҡытыусыһы, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берләшмәһе етәксеһе Әлфиә Ғәйфуллина.
Читайте нас: