Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Декабрь 2020, 16:01

Барыбыҙҙың да уртаҡ еңеүе

Өфөлә республика Башлығы иғлан иткән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды.”Башҡортостан” дәүләт концерт залында йыл дауамында уҙғарылған тематик конкурс еңеүселәре бүләкләнде.

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев барыһын да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлап, тамырҙарҙы, тарихты һәм туған телдәрҙе онотмаҫҡа саҡырҙы. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьерҙары Азат Баҙранов, Ленара Иванова, Дәүләт Йыйылышы депутаты Зариф Байғусҡаров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, «Башҡортостан Рес­публикаһы» нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡотланы.
Сараға район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев һәм район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова ла ҡатнашты һәм әһәмиәтле бүләк менән ҡайтты. Беҙҙең район “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһында яҙылған барлыҡ яҙмалар буйынса юғары һөҙөм­тәләр яулап, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәтселек ойошмаларының II дәрәжә дипломы менән бүләкләнде.
«Быйыл тәүге тапҡыр район һәм төбәк ҡоролтайҙарының рейтингын төҙөнөк. Уларҙың башҡарған эштәрен йыл башында иғлан ителгән ай хэштегтары бу­йынса баһаланыҡ. Хәҙер быны йыл һайын уҙғарырбыҙ тип уйлайым. Хакимиәттәр менән берлектә баһалап, иң әүҙем өс районды, өс ҡаланы, шулай уҡ иң белемле өс ауылды, өс ҡаланы бил­дә­ләнек.
Йыл да ике дәүләт телен ҡулланыуҙағы хаталар өсөн премиялар һәм антип­ремиялар тапшырырға хәл иттек», — тине үҙ сығышында Дәүләт Йы­йылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы прези­диумы рәйесе Эльвира Айыт­ҡолова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 февралдә, халыҡ-ара туған тел көнөндә бар республика баш­ҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк яҙғайны. Ак­цияла ҡатна­шыу­сылар 112-се Башҡорт кавалерия ди­визияһы командиры, Рәсәй Геройы тормошондағы ҡы­ҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе бел­деләр һәм шулай уҡ үҙҙәренең бе­лемдәрен тикшерҙеләр.
Сара 2000-дән ашыу мәк­тәп уҡыусы­ларын, уҡы­тыусы­лар­ҙы, райондың төрлө тармаҡ­тарында эшләүсе хеҙмәткәр­ҙәрҙе бер­ләштерҙе. “Был еңеү, ысынлап та, дәүләт теленә битараф бул­маған­дарҙың, үҙ халҡының изге ғөрөф-ғәҙәт­тәре­нә хөр­мәт менән ҡарау­сы­ларҙың, туған телендә белемле итеп диктант яҙыу кимәлен тикшерергә теләүселәрҙең хеҙ­мәт емеше тип хаҡлы рәүештә әйтергә була”, - ти район баш­ҡорттары Ҡорол­тайы баш­ҡарма коми­теты рә­йесе Илмира Ғәлиәх­мәтова.
Беҙ ошондай ҙур бүләккә шатбыҙ һәм ҡыр­мыҫ­ҡалы­лар­ҙың сираттағы тапҡыр үҙҙә­ренең тыуған илгә һөйөүҙәрен иҫбатлауҙарына һәм белемгә ынтылыуҙары менән ихлас ғорурланабыҙ.
Гөлсәсәк АЛАСОВА.
Читайте нас: