Ялһыҙ эшләйәсәктәр
Артабан эш ғәҙәти тәртиптә дауам итте. Иң тәүҙә коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙе тикшерҙеләр. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин доклад менән сығыш яһаны. Башҡортостанда дөйөм сирлеләр һаны 16317 кешегә еткән.
Ковидты асыҡлау өсөн 25 лаборатория эшләй, уларҙың алтыһы – шәхси. Тәүлегенә 11 мең самаһы тикшереү үткәрелә.
– Әлеге ваҡытта республика дауаханаларында коронавирус өсөн 6400 урындың 74 проценты тулы. Барлыҡ дауаханалар ҙа шәхси һаҡланыу саралары, дарыуҙар һәм диагностика ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Амбулатор дауа алған пациенттарҙы дарыу менән тәьмин итеү дауам итә, – тине министр.
13 декабрҙә республикаға коронавирустан өсөнсө партия – 1900 дана вакцина килгән. Улар тиҙ арала дауалау учреждениелары буйлап таратыласаҡ. Тәү сиратта табиптар, уҡытыусылар һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә прививка яһаласаҡ.
Максим Забелин Яңы йыл каникулы осоронда дауаханаларҙың, поликлиникаларҙың һәм дарыуханаларҙың нисек эшләйәсәге тураһында һөйләне. Шулай итеп, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә ял бөтөнләй юҡ. Киреһенсә, улар юғары әҙерлек режимында эшләйәсәк. Поликлиникалар 1 ғинуарҙан 10 ғинуарға тиклем 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем, “кисектергеһеҙ ярҙам” хеҙмәте – 8 сәғәттән 16 сәғәткәсә, компьютер томографияһының амбулатор үҙәктәре тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
“Госаптека” дәүләт дарыуханалары селтәренә килгәндә, уларҙың эш тәртибе лә бер аҙ үҙгәрә. 1 һәм 2 ғинуар ял итәләр. 31 декабрҙә, 3 ғинуарҙан 8-енә тиклем – 10 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем, махсус график буйынса бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ эшләйәсәк.
Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева сығыш яһап, колл-үҙәк нигеҙендә ковид-госпиталдәрҙең белешмәләр хеҙмәте эшләй башлауы тураһында белдерҙе. Был дауаланған кешеләрҙең туғандары һәм яҡындары өсөн бик кәрәк. 12 декабрҙән алып Белешмә хеҙмәте көн һайын 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү буйынса, тап ошо ваҡытта стационарҙарҙа белгестәр дежурлыҡ ойошторасаҡ, улар оператив рәүештә пациенттың хәле тураһында мәғлүмәт бирә аласаҡ.
Дүрт аҙна эшмәкәрлеге осоронда Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәккә 19 меңдән ашыу шылтыратыу килгән. Әле һаман амбулатор ярҙам алыу мәсьәләһе көн үҙәгендә ҡала.
Әйткәндәй, үҙәк Яңы йыл байрамы осронда ла ялһыҙ эшләйәсәк. Белгестәргә көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем 218-19-19 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.
Хәл ителде!
Көтөп алған Яңы йыл байрамы етеп килә. Быйыл уны үткәреүҙә сикләүҙәр бар.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, быйыл балалар шыршыларында әйлән-бәйләндәр булмаясаҡ. Был биналарҙағыға ла, тышта үткән шыршы байрамдарына ла ҡағыла.
Байрам осоронда республикала 21 меңдән ашыу мәҙәни сара үткәреү планлаштырыла. Уларҙың туғыҙ меңе – онлайн тәртиптә, 12 меңе офлайн үтәсәк. Быйылғы йыл байрамдарының үҙенсәлеге – улар башлыса тышта, асыҡ һауа аҫтында уҙасаҡ.
Мәҙәниәт учреждениеларының барыһы ла эшләйәсәк, тик сикләүҙәр менән. Концерт залдары, кинотеатрҙар һәм муниципаль мәҙәниәт йорттарында тамашасылар һаны 30 проценттан артмаҫҡа тейеш. Кешеләр мотлаҡ битлектә булырға, бина даими елләтелергә, унда еүеш йыйыштырыу башҡарылыуы мотлаҡ. Әйлән-бәйләндәр өлкәндәр өсөн дә тыйыла. Фойеларҙа ҡуйылған шыршылар янында фотозона ғына ойошторорға ярай.
Бөтә дәүләт мәҙәниәт учреждениелары эшләйәсәк, һәм балалар өсөн Яңы йыл спектаклдәре менән концерттар күрһәтеләсәк. Тик талап үҙгәрешһеҙ – тамашасылар һаны 30 проценттан артмаҫҡа тейеш. Музей һәм китапханалар халыҡты бәләкәй төркөмдәр менән хеҙмәтләндерәсәк.
Күмәк кешеләр ҡатнашлығындағы спорт сараларына килгәндә, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, улар шулай уҡ ойоштороласаҡ. Министрлыҡ кәмендә туғыҙ сара планлаштырған, унда дүрт тематик көн инә.
Спорт байрамы 27 декабрҙә үк башланасаҡ. Спорт әҙерлеге үҙәгендә Эльбрус Ниғмәтуллиндың “Урал батыр” көс экстримы буйынса асыҡ республика турниры үтәсәк. Өфөгә Ҡурған, Мурманск, Силәбе, Липецк, Белгород, Пенза өлкәләре, Мәскәү ҡалаһы, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Башҡортостандан 12 иң көслө спортсы киләсәк. Ярыштар тура эфирҙа күрһәтеләсәк.
Ошо уҡ осорҙа республиканың һәр районында “Батырҙар көнө”н үткәреү планлаштырыла. Унда ҡатнашыусыларҙы ҡар һуғыштары, төрлө уйындар, ярыштар көтә.
1 ғинуарҙа Өфөлә “Вәғәҙәләр йүгереүе” буласаҡ. Дистанция 100 метрҙан 2021 метрға тиклем. Шул уҡ көндө “Башҡорт (скандинав) йөрөүе көнө” үтәсәк.
3 ғинуарҙа – ҡышҡы уйындар көнө: хоккей, ҡышҡы футбол, саңғы ярыштары, ҡышҡы балыҡ тотоу, “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” ғаилә старттары ойошторола.
13 ғинуарҙа онлайн тәртиптә шахмат буйынса “Чемпиондар чемпионаты” асыҡ республика турниры үтәсәк.
Барлыҡ спорт сараларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләйәсәк һәм санитар-эпидемиологик талаптар үтәләсәк.
Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Яңы йыл ҡаласыҡтарын ойоштороу, район һәм ҡалаларҙың байрамды ҡаршыларға нисек әҙерләнеүе тураһында һөйләне. Быйыл республикала былтырғы йылдар менән сағыштырғанда күберәк ҡаласыҡтар эшләргә, шулай уҡ тораҡ йорттар ихаталарында Яңы йыл ҡаласыҡтары булдырыу ҡарары ҡабул ителгән.
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Яңы йыл ҡаласыҡтарын ойоштороу һәм тәртиптә тотоу буйынса регламент әҙерләгән, уны ҡала һәм район хакимиәттәренә йүнәлткән. Быйылғы мөһим талаптар: министрлыҡ тәҡдим иткән типик схема буйынса эшләргә, ҡаласыҡтарҙы ҡаланың төрлө өлөштәренә таратып ҡуйырға, юл аша сығыу урындарын тәьмин итергә, ковидҡа ҡаршы инспекторҙар билдәләргә.
– Муниципалитеттар мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 1220 үҙәк ҡаласыҡ эшләйәсәк, былтырғы менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк. Сауҙа үҙәктәре, клуб һәм белем биреү учреждениелары, парк, скверҙар янындағы майҙансыҡтар һаны ете тапҡырға артҡан (былтыр 100 булһа, быйыл – 709). 2,5 мең шыршы ҡуйылған, – тине Борис Беляев.
Быйыл ихаталарҙа 730 майҙансыҡ һәм 138 боҙ майҙансығы эшләнгән. Республика буйынса бөтәһе 800 боҙ һәм хоккей майҙансыҡтары ҡуйыла. Иң күп ҡаласыҡтар Баймаҡ, Баҡалы, Илеш, Ҡырмыҫҡалы райондарында урынлаштырыласаҡ. Иллюминациялар һаны 1,5 тапҡырға артҡан. Байрам майҙансыҡтарына өс меңдән ашыу арт-объект ҡуйылған.
Тағы бер яңылыҡ: быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус пандемияһы арҡаһында, республиканың төп Яңы йыл шыршыһы булмаясаҡ. Был турала вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Йыл һайын был байрамға 800 бала саҡырыла торғайны. Уҡыу һәм спорт алдынғыларынан тыш, унда хәрбиҙәрҙең балалары, күп балалы аҙ тәьмин ителгән һәм инвалид балалар ҡатнаша ине. Быйыл эпидемиологик хәл арҡаһында байрам үткәрелмәһә лә, шыршыға килергә тейеш булған балаларға Башҡортостан Башлығы исеменән Яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ.
Оператив кәңәшмәлә республиканың финанс министры Лира Иғтисамова быйылғы финанс йылына яҡынса йомғаҡ яһаны. Федераль Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Марат Вәхитов шулай уҡ йыл йомғаҡтары менән таныштырҙы.