Яҡыныбыҙға бәхеттең ҙурын, шатлыҡтарҙың иң ныҡлыһын теләйбеҙ. Күңел тыныслығында, сәләмәтлектә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡатының һәм балаларың.