Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Декабрь 2020, 13:53

Башҡорт теле көнө менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы.

Социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ул Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбе уҡыусыларының видеояҙмаһын ҡуйған. Балалар төбәк халҡын ошо байрам менән ҡотлай.
“Беҙ башҡорт телен уҡытыу алымдарын үҙгәрттек. Әле ошо рус телле класс уҡыусыларының йылмайған йөҙөнән күренеүенсә, яңы ҡараш балаларға бик тә оҡшай, – тип яҙа Радий Хәбиров. – Уҡыусыларҙы телде өйрәнеүгә мәжбүр итеү түгел, уларҙы ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Телде популярлаштырыу йәһәтенән ошондай саралар туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән һөҙөмтәлерәк булыр, тип ышанам”.
“Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым!” – тип тамамлаған республика Башлығы үҙенең һүҙен.
Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмә лә байрам менән ҡотлауҙан башланды. Мәғлүм булыуынса, бөгөн бай программа көтөлә. Кис “Башҡортостан” дәүләт концерт залында концерт була. Унда Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/telgen-m-bergen-m/Bash-ort-tele-k-n-men-n-588995/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: