Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Декабрь 2020, 16:09

Самиҡов Рәйес Наил улына

2580 Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош ип­тәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Самиҡов Рәйес Наил улын 60 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙгә һаулыҡтың ныҡ­лыһын, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәктә лә шулай киң күңелле, ярҙамсыл, хәстәрлекле, яҡындарың өсөн йән атып тороусы, кәрәкле кеше булып, уларҙың иғтибарын, ихтирамын тойоп, hәр атҡан таңға ҡыуанып, тыныс тормошта ғүмер кисерергә насип булһын. Һинең иҫән булыуың, тормош ауырлыҡтарына биреш­мәйенсә, донъяны йәмләп йәшәүең беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҙур бәхет.
Ҡотлайбыҙ һине юбилейың менән,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй гел йылмайып тор,
Йөҙөң ҡайғы-хәсрәт күрмәһен.
Тормош юлың һинең балҡып торһон,
Бәхет, шатлыҡ булһын күңелеңдә.
Һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп,
Булайыҡ беҙ ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Зилә, улың Раил, ҡыҙың Азалия, ейәнең Аяз.
Читайте нас: