Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Декабрь 2020, 16:07

Ҡо­лоҡаев Хәлил Хәбир улына

2588 Иҫке Бәпес ауы­лында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптә­шем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ҡо­лоҡаев Хәлил Хәбир улын тыу­ған көнө менән ихлас күңел­дән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Бар күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе бар ғаиләбеҙгә – балаларыңа, туғандарыңа һәм яҡындарыңа бирәһең.
Ҡәҙерлебеҙ, һине матур байрамың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, балалар шатлығы, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, фани донъя ҡыуаныстары кисереп, сәләмәтлек менән имен, мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең,
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге.
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Фәриҙә, балаларың Ғәҙилә, Хәниф, Фирҙәүсә, Сәғит, Әлфиә һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: