Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Декабрь 2020, 15:16

Юлмө­хәмә­тов Сә­лим­йән Бәхти улаын

2571 Түбәнге Төкөн ауы­лын­да тыуып үҫеп, әле­ге көндә Өфө ҡала­һында йәшәүсе ҡә­ҙерлебеҙ Юлмө­хәмә­тов Сә­лим­йән Бәхти улын тыуған көнө һәм пол­ковник дәрә­жә­һен алыуы менән их­лас күңелдән ҡайнар ҡот­лайбыҙ.

Бар күңелең, оло йө­рәгең изгелек ме­нән тулы. Үҙеңде белгән бар кешеләрҙең ихтирамын яулаған һоҡланғыс кеше лә, кәңәшсе лә, яҡын дуҫ та һин. Ҡәҙерлебеҙ, һине матур байрамың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, эшеңдә артабан да уңыштарға ире­шеүеңде, яңы үрҙәр яулауыңды теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, фани донъя ҡыуаныстары кисереп, сәләмәтлек менән имен, мул тормошта йәшәргә булһын. Киләсәктә лә киң күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле булып, яҡындарыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп ғүмер кисерергә яҙһын.Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,Ҡылғандарың - бары изгелек.Шатлыҡтарҙан торһон һәр көнөң,Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.Сәләмәт бул, рәхәт йәшә,Ҡояш ҡунһын күңелең түренә.Туғандарҙы шулай бергә туплап,Атла әле тормош үренә.Иң изге теләктәр менән барлыҡ яҡындарың.
Читайте нас: