Уҙған аҙнала ошо хаҡта рәсми белдереү һәм эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау өсөн ауыл халҡы мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараға дәррәү йыйылды. Килгән ҡунаҡтар фойела урынлашҡан ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәһен ҡараны, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡорт, татар, рус һәм сыуаш халыҡтарының милли эсемлектәренең нисек эшләнеүе һәм файҙаһы тураһында таныштырҙы. “Дармарка” акцияһы сиктәрендә ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү йөҙөнән йәрминкә лә барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Бында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бушлай кейем-һалым, аяҡ кейемдәре һайлап алырға мөмкинлек булдырылған.Йыйылышты Иҫке Муса ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова асты.- Республикала барған “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә күп ауылдар ҡатнашып килгәнен белә инек. Унда ҡатнашыу өсөн ауылыбыҙ бер нисә йыл әҙерлек алып барҙы. Район этабы сиктәрендә айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы яҡтыртҡан төрлө кәңәшмәләр, конкурстар, акциялар ойошторолдо, ауыл Советы, мәктәп коллективы, китапханасылар, ағинәйҙәр менән әүҙем эш алып барылды. Ошо эштә әүҙем ҡатнашҡан ауыл активына ҙур рәхмәт белдерәм. Бөгөн мин ауылыбыҙҙың район этабында еңеп сығыуын иғлан итәм һәм бының өсөн бүленгән 30 мең һум аҡсаны ауылдың Совет, Урман, Партизан урамдарында яҡтыртыу өсөн тотоноуға ризалығығыҙҙы һорайым. Артабан беҙҙең алда республика этабында ҡатнашыу бурысы тора, бының өсөн күмәкләшеп пландар ҡороп, тағы ла байтаҡ эштәр башҡарып сығаһыбыҙ бар. Киләсәктә бер нисә ғаилә менән эшләү өсөн психолог, наркологтарҙы йәлеп итергә ниәтләйбеҙ, - тине ул.Артабан Илмира Әнүәр ҡыҙы ауылдаштар араһында бәйге сиктәрендә уҙғарылған “Атайҙар менән күңелле”, “Төҙөк йорт-ҡура”, “Иң матур ҡапҡа”, “Иң шәп баҡсасы” конкурстарында еңеп сығыусыларға грамоталар, район һәм республика матбуғаты яҙмаларына яҙылыу тураһында квитанциялар һәм бүләктәр тапшырҙы. Район хакимиәтенән байрамға саҡырылған ҡунаҡ - район Советы рәйесе Ринат Шайбәков ауыл халҡының уңғанлыҡтарына, тырышып донъя көтөүҙәренә һоҡланыуын белдерҙе һәм еңеүҙәре менән ҡотлап, артабан да уңыштар теләне. Ул шулай уҡ Арыҫлан ауылынан 60 йәшлек юбилейын билдәләүсе Афған һуғышы яугиры Роберт Фәхретдиновҡа юбилей миҙалын тапшырҙы.- Еребеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын, әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен. Матур тормошта донъяға айыҡ ҡараш менән йәшәйек, - тип өндәне ауылдаштарын Роберт Вәсим улы. Сара район Мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр артистары Эльмира Муллағолова, Эмиль Һөйәрғолов, Фәрит Яҡшығолов, Альбина һәм Артур Юлыевтарҙың йырлы-моңло сығыштары менән үрелеп барҙы. Йыйылыусылар рәхәтләнеп күңелдәрен рухи яҡтан байытып, фекерҙәр алышып, артабан да ауылды йәмһеҙ һәм насар күренештәрҙән, зыянлы ғәмәлдәрҙән таҙартырға ниәт ҡуйып таралышты.Гөлсәсәк Бикҡужина.Автор фотолары.