Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Ноябрь 2020, 17:20

Ожмах - әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында

Ҡәҙерле әңкәйемде һәм барлыҡ әсәйҙәрҙе ер йөҙөндәге иң матур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғанда, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетле тоябыҙ. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйем Батыршина Флизә Хажиәхмәт ҡыҙы биш бала тәрбиәләп үҫтергән әсә. Ул заман кешеләренең иңдәренә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы күреп үҫкәнгәлер ҙә бәлки, яҡын кешебеҙ бик сабыр, тырыш, уңған булды. Ул беҙ белгәндән алып, гөлдәр үҫтерергә яратты, күңеле гел матурлыҡҡа ынтыла. Беҙҙе лә сабыр, түҙемле, манлы булырға өндәй.
Әле лә өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер ҙә тик торорға яратмай - бәйләй ҙә, бешерә лә, йәшелсә-емеш тә үҫтерә. Әсәйеебеҙгә күҙҙәр генә теймәһен! Тағы оҙаҡ йылдар беҙҙе ҡыуандырып йәшәһен.
Читайте нас: