Бөгөнгө көнөгөҙ гүзәл, киләсәгегеҙ тағы ла гүзәлерәк, йөҙөгөҙ ҡояштай нурлы, бәхет кәсәгеҙ тулы, тормошоғоҙ матур йырҙарға тиң булһын. Йөрөгән юлдарығыҙ бәхет ҡояшы, һөйөү йондоҙо яҡтыртһын, һәр тыуар таңдар иртәһе һеҙгә бәхет, шатлыҡ алып килһен, йөрәгегеҙҙәге мөхәббәт ялҡыны мәңге һүнмәһен һәм һүрелмәһен.
Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә атлағыҙ.
Йөрәктәрҙә булған һөйөү хисен,
Һүндермәйенсә, мәңге һаҡлағыҙ.
Бергә типһен һәр саҡ йөрәгегеҙ
Ҙур тормошҡа илтһен юл башы؛
Ҡояш кеүек түп-түңәрәк булһын
Бәхетегеҙ - ғүмер юлдашы.
Ҡайғы-хәсрәт тигәндәре
Йыраҡ йөрөһөндәр һеҙҙән؛
Дуҫлыҡ, туғанлыҡ хистәре-
Улар һеҙҙән һүнмәһен.
Үҫтерегеҙ улдар-ҡыҙҙар
Ғүмер әрәм үтмәһен.
Тормош булғас - барыһы ла була.
Булыр ауыр минуттар.
Бергә-бергә кәңәш итһәң,
Улар һеҙҙән тиҙҙән уҙар.
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ Рәфис, әсәйегеҙ Гөлнара, туғандарығыҙ Рәзиф, Рәзим.