Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Ноябрь 2020, 15:07

Ҡатын-ҡыҙ бәхете - балаларҙа

Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул. Әсә исеме менән иң йылы хистәр, яҡты, онотолмаҫ хәтирәләр йәнәш килә. Олоғайһаҡ та, беҙ һәр саҡ әсәй йөҙөндә таяныс табабыҙ, шатлыҡта ла, хәсрәттә лә ҡәҙерле кешебеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Әсә һөйөүе беҙҙе ҡурсалай, көс бирә, тормош ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итә һәм ышаныс өҫтәй. Әсә наҙы, уның һиҙгер йөрәге һәм ҡулдарының йылыһы барыбыҙға ла үтә ҡәҙерле.

- Йәш саҡта, кейәүгә сыҡҡас һинең дүрт балаң була, тиһәләр, ышанмаҫ инем. Шулай ҙа бала саҡта каникул ваҡыттарында өләсәйгә ҡунаҡҡа барғанда бөтә туғандар йыйылһа, күмәк булып китә инек. Шул ваҡытта ғаилә шулай булырға тейештер, тип уйландыра торғайны. Бөгөнгө көндә күп бала әсәһе булыуыма бик шатмын, - ти дүрт бала әсәһе Светлана Шәмсетдинова.

Һәүәләй ауылында йәшәүсе Светлана һәм Альберт Шәмсетдиновтар - өлгөлө, күп балалы йәш ғаиләләрҙең береһе. Светлана Рәшит ҡыҙы Һәүәләй ауылында йәшәүсе Зилә Вәкилйән ҡыҙы менән Рәшит Сәлих улы Төхвәтуллиндарҙың тырыш, татыу ғаиләһендә донъяға килә. Атай-әсәй хәстәр­легендә, һөйөүендә үҫкән ҡыҙ уларҙың тик яҡшы сифаттарын ғына үҙенә туплаған. Хеҙмәт һөйөү, яуаплылыҡ хисе һәм изгелекле күңел – уның төп сифаттары.
Светлана Рәшит ҡыҙы тормошонан, ғаиләһенән бик ҡәнәғәт. Ғүмер юлдашы - ошо уҡ ауыл егете Альберт Насип улы менән улар дүрт бала тәрбиәләй – бер ҡыҙ һәм өс малай. Иң өлкәндәре Айҙарға 15 йәш. Малай компьютер, электроника ме­нән шөғөлләнә. Киләсәк тормошон радио­электроника менән бәйләргә ниәтләй. Икенсе улдары - бик шаян һәм отҡор Данилға 5 йәш.
Уҡырға барырға бик ашҡына, киләһе йыл мәктәп тупһаһын да ашаҡлап үтер, ә әлегә балалар баҡсаһында тәрбиәсе апалары менән донъяны танып белә. Кескәй Радмир менән Риана – игеҙәктәр. Уларға әлегә 2-әр йәш. Быйылдан башлап улар ҙа “Малышок” Олокүл балалар баҡсаһының Һәүәләйҙәге филиалына йөрөйҙәр. Был ғаиләлә бала тәрбиәләүгә айырыуса яуаплы ҡарайҙар. Светлана Рәшит ҡыҙы өлгөлө әсәй һәм бик яҡшы хужабикә. Ата-әсә балаларын күңел йылыһын биреп, хеҙмәткә өйрәтеп, һәр ҡайһыһында яуап­лылыҡ хисе, туғандары һәм тирә-яҡтағыларға ҡарата хәстәрлек хисе тәрбиәләп үҫтерә.

- Сабый тыумыштан килә торған үҙен­сәлектәргә эйә, әммә уның ниндәй булып үҫеүе нигеҙҙә тәрбиәгә бәйле. Баланың аҡыл үҫеше, әхлаҡи сифаттары, тирә-йүн­дәге­ләргә мөнәсәбәте, барыһынан да элек, ғаиләлә формалаша.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: