Гүзәл Вәхит ҡыҙы Мөкәй ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән үткер, шаян, отҡор булды яҡыныбыҙ. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң тормош юлын мәғариф өлкәһе менән бәйләргә ҡарар итеп, Башҡорт дәүләт университетына белем эстәргә йүнәлде. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын тыуған мәктәбендә башланы һәм әлеге көнгә тиклем кескәй балаларҙы белем иленә әйҙәү эшен яратып һәм бар йөрәген һалып башҡара. Яҡыныбыҙ мәктәптә талапсан да, изге күңелле лә белгес булһа, өйөндә - яратҡан ҡатын һәм һөйөклө әсә. Кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ Рушан менән татыу һәм матур ғүмер кисерәләр. Улар икеһе лә пар килгәндәр – тырыштар, егәрлеләр, матурлыҡ яраталар. Шуға күрә лә мөхәббәт менән ҡорған донъялары күркәм һәм нурлы. Яҡындарыбыҙ береһенән-береһе һөйкөмлө балалар үҫтерә. Ҡыҙҙары Ләйсән һәм Нәркәс – мәктәп уҡыусылары, улдары Егор - Өфө педагогия колледжы студенты.
Ҡәҙерлебеҙҙең исеме есеменә тура килеп тора. Ул күңеле менән дә, тышҡы ҡиәфәте менән дә гүзәл. Ғәҙел, тура һүҙле булыуы өсөн дә беҙ, яҡындары, ихтирам итәбеҙ. Туған йәнле, хәстәрлекле, башҡалар мәнфәғәтен дә ҡайғыртып йәшәүсе, кешенең ҡайғыһын да, шатлығын да үҙенеке кеүек ҡабул итә белеүсе ҡыҙыбыҙға, апайыбыҙға һәр саҡ таяна алабыҙ. Ул беҙҙең өсөн һүҙе менән дә, эше менән ярҙам итергә ашҡынып тороусы ышаныслы кеше.
Ҡәҙерлебеҙ, һине ғүмер байрамың менән ҡотлап, йөрәк түрендәге иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәктә лә йөрәк йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Күңелеңдәге бәхет ҡошоң һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын, юлдарыңды ырыҫ биҙәһен. Яҡындарыңды һөйөндөрөп, эшләгән эщеңдең бәрәкәттәрен, балаларыңдың изгелеген күреп, матур тормошта йәшәргә яҙһын. Һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ.
Ер йөҙөнөң барлыҡ матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы барлыҡ һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Оҙон булһын ғүмерең,
Тыныс булһын күңелең.
Бәхет шишмәләре мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
Иң изге теләктәр менән әсәйең һәм туғандарың.