“Рәсәй коммунистары” илдәге хәл-торошто пандемияға бәйләп, хеҙмәт хаҡын һаҡлап, Яңы йыл каникулын тағы ла ике аҙнаға оҙайтырға кәрәклеге хаҡында белдерҙе. “Мәжбүри ял көндәре өсөн 2020 йылдың яҙ айҙарында хеҙмәт хаҡы түләнгән тәжрибәне ҡулланырға саҡырам”, - тине үҙенең мөрәжәғәтендә Үҙәк комитеты рәйесе Максим Сурайкин.