Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Ноябрь 2020, 14:57

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ғәлинур Ҡунаҡаевтың ветеринария өлкәһендә дүрт тиҫтә йылға яҡын тәжрибәһе барРайон ветеринария станцияһы начальнигы Ғәлинур Ғаяз улы Ҡунаҡаев бөгөн үҙенең 60 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй. 2007 йылдың авгусынан бирле был коллективҡа етәкселек итеп, һөнәре һәм юғары эшлекле сифаттары арҡаһында ул уны республикала алдынғылар рәтенә сығарҙы. Ҡырмыҫҡалы ветеринария станцияһы йыш ҡына Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының республика күләмендәге сараларын үткәреү базаһы булып тора.

Бала саҡ хыялы
Иҫке Муса ауылында биш балалы ғаиләлә дүртенсе сабый булып донъяға килгән Ғәлинур Ғаяз улы бала саҡтан уҡ ветеринар булырға хыяллана. Атаһы Ғаяз Закуан улы һуғышта ҡатнаша, һуңынан оҙаҡ ваҡыт почта бүлексәһе начальнигы, Иҫке Муса ауыл Советы рәйесе вазифаларын башҡара. Пенсияға сыҡҡас, “Бүләк” колхозының профсоюз комитеты рәйесе була. Әсәһе Наилә Закир ҡыҙы ғүмер буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Әйткәндәй, яңыраҡ уға 92 йәш тулған. Ата-әсәләре көнө буйына эштә булғанлыҡтан, йорт хужалығындағы барлыҡ эштәрҙе балалары башҡара: һыу ташый, утын яра, бәпкә көтә, мал ҡарай...
- Шул ваҡытта уҡ малдарға ярҙам итергә теләп, ветеринарға уҡырға кәрәклеген аң­ланым, - ти Башҡортостан Республика­һы­ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Хеҙмәт һәм ғаилә
Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң 1983 йылда йәш белгес хеҙмәт эшмәкәрлеген “Бүләк” колхозында ветеринар табибы булып башлай. Мал­сылыҡ үҫешкән ныҡлы хужалыҡта эшләү уға һөнәри тәжрибә тупларға һәм шәхес булараҡ формалашырға булышлыҡ итә. Дүрт йылдан һуң Ғәлинур Ғаяз улы Мәләүез ҡалаһына күсенә һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген 7 мең баш эре мал аҫралған М.Ғафури исемендәге эре малсылыҡ комплексында дауам итә.
Шул ҡалала ул үҙенең буласаҡ ҡатынын Ләлә Ислам ҡыҙын осрата. Йәштәр өй­лә­нешә. Ғаиләлә бер-бер артлы Диана исемле ҡыҙҙары һәм Динар исемле улдары тыуа.
1996 йылда ғаилә Өфө ҡалаһына күсенеп ҡайта. Ғәлинур Ғаяз улын Өфө ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 2000 йылда Ветеринария ида­­ралығына әйҙәүсе табип, ә һуңынан бү­лек начальнигы урынбаҫары вазифаһына күсә.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Милена ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас: