Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Ноябрь 2020, 10:15

Айҙар Ғәлимов юҡҡа тырышҡанмы?

Октябрь аҙағында йырсының юбилей концерттары уҙғайны.

Тамашасы залы ни бары 30 процентҡа тулған булыуы шарт, шуға күрә концерт матди яҡтан үҙен аҡламаған. Шулай ҙа Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы килем булмауына үкенмәй, сараларҙың яҡты тойғолар менән үрелеп барыуына ҡыуана. Үҙен яңы сәхнәгә сыҡҡан егет итеп хис иткән, ә ижадына 30 йыл тулған олпат йырсы кеүек түгел.
Республика баҫмаһына һөйләүенсә, кешеләрҙең кәйефен күтәрә алыуына ҡыуана. Ә вирус менән көрәштә яҡшы иммунитет - иң мөһиме, ти ул. Концертҡа килеп ыңғай эмоциялар, күтәренке кәйеф алып ҡайтыусылар ауырымаясаҡ, тип ышана.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: