Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Ноябрь 2020, 11:38

13 НОЯБРЬ - 112-СЕ БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ КӨНӨ

Башҡортостанда яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа килә — 13 ноябрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип билдәләнәсәк.

“Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар тураһында” Законға үҙгәрештәрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 30 ғинуар пленар ултырышта ҡараясаҡ.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай. Дивизияның 3860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исемен ала.
Миңлеғәле Шайморатовҡа иһә быйыл Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас: