Һеҙҙең һөнәри һәм тормош юлығыҙ ҡыҙыҡлы һәм сағыу ваҡиғаларға бай булһын, барлыҡ пландарығыҙ, үҙенсәлекле идеяларығыҙ һәм башланғыстарығыҙ тормошҡа ашһын. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ. Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөгөҙҙәге алсаҡлыҡты юғалтмай, күңелдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшәгеҙ. Яҡындарығыҙға өләшкән йөрәк йылығыҙ, иғтибарығыҙ үҙегеҙгә лә изгелектәр булып ҡайтһын.
Иртә таңда сыҡҡан ҡояш
Көн дә Һеҙгә бәхет килтерһен.
Матур булһын Һеҙҙең тормош юлы,
Ҡайғы еле бер ҙә иҫмәһен.
Юбилейҙан изге, матур хистәр
Күңелдәрҙә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ ихлас күңелдәрҙән
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып.