Ҡәҙерле кешебеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Һәр ваҡытта шулай ҡояштай көләс йөҙлө, йор һүҙле, йомарт, яҡындарың өсөн хәстәрлекле, изгелекле булып ҡал. Беҙ һине шул сифаттарың өсөн яратабыҙ. Тигеҙлектә балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең уңыштарына, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә насип итһен.
Атайлы йорт - бәхетле йорт,
Һәр саҡ асыҡ ҡапҡалар.
Атай сығып ҡаршы ала,
Килеп кенә тора ҡайтаһы.
Юбилейың менән теләктәрҙе
Беҙҙән ҡабул итеп ал,
Иҫән һау бул, оҙаҡ йәшә.
Гел шулай йәш булып ҡал.
Иң изге теләктәр менән ҡатының, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.