Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Ноябрь 2020, 15:44

Кәримова Динира Камил ҡыҙына

2477 Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе яратҡан ҡатыным, ҡәҙер­ле әсәйем Кәримова Динира Камил ҡыҙын күркәм юби­лейы айҡанлы ихлас күңел­дән ҡотлайбыҙ.

Ярат­ҡа­ныбыҙ, һиңә булған күңел йылыбыҙҙы иң изге теләктәр аша еткерәбеҙ. Киләсәктә лә ҡоростай ныҡлы сәләмәт­лектә, ғаилә именлегендә, яҡын­дарыңдың ҡәҙер-хөр­мәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һиңә көтөлмәгән бәхет-шатлыҡтар, йән һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ. Гел дә әлегеләй оло йөрәкле, киң күңелле, хәстәрлекле булып ҡал. Ғүмеребеҙ буйы бер-беребеҙгә терәк-таяныс һәм кәрәк булып йәшәйек. Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Күңелеңә йыйған якшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Минияр, улың Марат.
***
2476 Алайғыр ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ Кәримова Динира Камил ҡыҙын матур юбилейы - 55 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һин – һәр ваҡыт изге күңелле, сабыр, кешелекле, ярҙамсыл, оло йәнле, яғымлы кешебеҙ. Беҙ һине ихтирам итәбеҙ һәм яратабыҙ. Алдағы тормошоң да ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, сәләмәт бул, матур ғүмер ит, яҡындарың менән бер-берегеҙгә терәк, кәрәк булып, уларҙың хөрмәтендә йәшәргә булһын. Һәр ваҡыт шулай изге, сабыр, шат күңелле булып оҙаҡ йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Йортоңа ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөң,
Йәмләндереп һинең ғүмерең.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.
Иң изге теләктәр менән атайың Камил, әсәйең Венера, туғандарың Данир, Даян, килендәрең Сажиҙә, Рәсилә һәм беҙҙең балалар.

2480 Ҡәҙерле апайыбыҙ, әбейебеҙ Кәримова Динира Камил ҡыҙын матур байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
Үтһен һәр бер килер көнөң.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән һеңлең Физәлиә, кейәүең Илдар һәм беҙҙең балалар.
***
2478 Ҡәҙерле дуҫыбыҙ Кәримова Динира Камил ҡыҙын матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һинең беҙҙең арала булыуың донъябыҙҙы йәмләй, шатлығыбыҙҙы ишәйтә, хәсрәтебеҙҙе кәметә. Һәр көнөң ҡояшлы, мөхәббәтле, яҡты булһын. Яҡындарыңа терәк-таяныс булып, иҫәнлектә, һаулыҡта, тормош матурлы­ғы­нан йәм табып, ҡыуанып, ҡыуаныс өләшеп йәшә. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле кешебеҙ һин! Артабан да киң күңелле, асык йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал.
Күҙеңдәге бәхет сатҡылары
Йәшәү йәме бирһен һәр кемгә!
Фәрештәләр һиңә юлдаш булһын,
Изге доға йөрөтһөн ғүмергә!
Һикәлтәһеҙ булһын үткән юлың,
Йылы елдәр генә иҫһендәр!
Һәр ваҡытта барған юлыңда
Аҡ сәскәләр генә үҫһендәр!
Иң изге теләктәр менән Ильяс, Гүзәлиә һәм беҙҙең балалар.
Читайте нас: