Ул иң ҙур, тынғыһыҙ участкаларҙың береһендә хеҙмәт итә. Уның хеҙмәт стажы ҙур, ике йылдан инде пенсияға ла сыға икән. Тәжрибәле хеҙмәткәр, үҙ эшенең оҫтаһы Инвер Илгиз улын Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһендә белмәгән кеше юҡтыр. - 2005 йылдан алып эске эштәр органдарында хеҙмәт итәм. Тәүҙә Өфөнөң Совет районы эске эштәр бүлегендә ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтендә эшләнем. 2015 йылда реорганизация була, вазифам буйынса ҡыҫҡартылыуға эләктем. Шунан Ҡырмыҫҡалыға эшкә килдем һәм участковый булып хеҙмәт юлымды дауам итәм. Үҙем был яҡтан булмаһам да, хәҙер инде кешеләрҙе, уларҙың ниндәй проблемалары барлығын, нисек йәшәп ятыуҙарын беләм. Әлбиттә, законды яҡшы белергә кәрәк. Граждандарҙың мөрәжәғәттәре, ялыуҙар, административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, енәйәттәрҙе киҫәтеү буйынса, шулай уҡ мутлашыусылар ҡорбанына эләкмәһендәр өсөн профилактик эштәр башҡарам, - ти ул.