Ошо уңайҙан беҙ, балалары, уларға ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Алдағы тормошоғоҙ шатлыҡтарҙан, яҡты, аяҙ көндәрҙән генә торһон, иҫәнлек һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ һеҙгә, атай-әсәй! Һеҙгә булған рәхмәтебеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә бәхете насип булһын. Балаларығыҙҙың изгелеген күреп, оҙаҡ йылдар ғүмер кисерһәгеҙ ине!
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле,
Нигезегеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Яҡтыртыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн
Рәхмәт әйтеп башты эйәбеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарығыҙ Айзилә, Фидәлиә, кейәүегеҙ Фәнзил, ейәндәрегеҙ Данил, Динислам.