Ҡәҙерлеләребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай оҙон бәхетле ғүмер, гел шулай пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, барлыҡ туғандарға, яҡындарға күңел йылығыҙҙы өләшеп, байлыҡта, муллыҡта, күңел көрлөгөндә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы теләйбеҙ, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итергә яҙһын. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, фани донъя ҡыуаныстары кисереп, сәләмәтлек менән имен, мул тормошта йәшәгҽҙ.
Сабыр ҙа һеҙ, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшегеҙ - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һеҙҙең көндәр,
Бәхеттәрегеҙ булһын ғүмерлек.
Хоҙай һеҙгә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һеҙгә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөгөҙҙө күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ, әсәйегеҙ, ағайығыҙ Рәмил, ҡустығыҙ Рәфил, еңгәгеҙ Рәсилә, киленегеҙ Земфира һәм беҙҙең балалар.