Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Октябрь 2020, 14:41

Яҙғарова Миңзилә Миндулла ҡыҙына

2439 Ҡамышлы ауылында йә­шәүсе һөйөклө ҡатыным, ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Яҙғарова Миңзилә Миндулла ҡыҙын 60 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡ­та­рына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, ҡәҙерлебеҙ!
Һиңә теләйбеҙ теләктәрҙең
Иң матурын, изгеһен.
Һин йөрөгән юлдарға
Еҫле гөлдәр һибелһен,
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңел түренә.
Барыһына ҡанат, терәк булып,
Арымай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәхмүт, ҡыҙың Гөлдәр, улың Илгизәр,кейәүең Динар, ейәнең Радмир һәм ейәнсәрең Элина.
Читайте нас: