Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Октябрь 2020, 14:34

Шәм­сетдинова Клара Хәмиҙулла ҡыҙына

2394 Ҡарлыман ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйем Шәм­сетдинова Клара Хәмиҙулла ҡыҙын 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Әсәй, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөс­тәр­гә генә тулып тәгәрәһен. Тор­мош ауырлыҡтарына биреш­мәй, бала­ларыңдың изгелеген күреп, туғандарыңа йөрәк йылыңды ихлас өләшеп, терәк-таяныс булып оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Күпме булһа ерҙә изге теләк
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әлмира.
***
2437 Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Шәмсетдинова Клара Хәмиҙулла ҡыҙын оло юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Әсәйебеҙ егәрле, асыҡ йөҙлө, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, яҡындары өсөн йән атып тора. Һәр саҡ уның өйө йылы, яҡты, аш-һыуҙары тәмле. Барыһы өсөн дә һиңә ҙур рәхмәтлебеҙ! Беҙ һиңә ҡарап өлгө алабыҙ, үҙебеҙҙең ба­лаларыбыҙға ла шундай уҡ тәрбиә бирергә тырышабыҙ.
Яҡыныбыҙ, һин бит беҙҙең донъябыҙға ҡот өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы, оло йөрәкле ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, үҫтергән балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәреңдең дә изгелектәрен күреп, бары­быҙға терәк булып, бәрәкәтле, имен тормошта, шатлыҡ-ҡыуаныста ғына ғүмер итергә Хоҙай насип итһен.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!
Иң изге теләктәр менән улың Фәнзил, киленең Зөлфиә, ейәндәрең Руслан, Ислам һәм ейәнсәрең Гөлназ.
***
2438 Ҡәҙерле әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Шәмсетдинова Клара Хәмиҙулла ҡыҙын күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Кешелекле, изге күңелле, тырыш, уңған әсәйебеҙ барыбыҙ өсөн дә терәк. Һинең алсаҡлығыңа, тормошто яратыуыңа, көслө рухыңа һәр саҡ һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә күңел тыныслығында, иҫәнлектә-һаулыҡта, беҙгә терәк булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай Тәғәлә.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Сәләмәтлегең булһын ғүмерлек.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Беҙҙең өсөн оло терәкһең.
Беҙҙән һиңә мең-мең рәхмәт,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Минзилә, ейәнең Айбулат, ейәнсәрҙәрең Рушания, Айһылыу, киленең Лира,бүләләрең Юлай һәм Юнир.
Читайте нас: