Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Октябрь 2020, 16:07

Иш­туғанова Нурия Хәсән ҡы­ҙын һәм Аҫылғужин Рәүеф Басир улына

Ҡарлыманбаш ауы­лында йәшәүсе ҡә­ҙерле әсәйебеҙ, өлә­сә­йебеҙ Иш­туғанова Нурия Хәсән ҡы­ҙын һәм атайыбыҙ, олата­йыбыҙ Аҫылғужин Рәүеф Басир улын 50 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йә­шәү­ҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Киләсәктә лә тормо­шо­ғоҙ – нурлы, һаулы­ғы­ғыҙ – ныҡ, ғүмер юлығыҙ оҙон һәм тигеҙ булһын! Бөгөнгө көндә лә һеҙ тыуған йорттоң йылыһын, нурын, ҡотон, наҙын ебәрмәй, арыу-талыу белмәй донъя көтәһегеҙ. Беҙҙең һәр беребеҙҙе һағынып көтөп тораһығыҙ. Ҡайтҡан һайын күңел йылыһын биреп, күпереп торған икмәк, татлы ризыҡ­тар, тәмле аш-һыу менән һыйлап ҡыуандыраһығыҙ!
Беҙҙе лә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә, ғаилә усаҡтарыбыҙҙы һаҡларға, тырышып эшләргә өндәп, һәр ваҡыт аҡыллы, матур кәңәштәр бирә­һе­геҙ. Беҙгә, балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә биргән тәр­биәгеҙ, кәңәштәрегеҙ, хәстәрегеҙ, йөрәк йылығыҙ, ел-ямғырҙан ҡурсалағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Бүләгебеҙ – изге теләктәр,
Риза булып ҡабул итегеҙ.
Сәләмәтлек менән именлектә
Тигеҙ оҙон ғүмер итегеҙ.
Яҡты йондоҙ кеүек балҡыйһығыҙ
Тормош юлдарыбыҙ күгендә.
Иң ҡәҙерле кешеләребеҙ булып
Тораһығыҙ күңел түрендә.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ.
Читайте нас: