Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Октябрь 2020, 15:35

Ғаиләләр аҡса алды!

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүҙәр буйынса һорауҙар күп ине. Бөгөн был мәсьәләгә аныҡлыҡ индерелде. 22-23 октябрҙә аҡса иҫәптәргә күсте.

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаиләләргә айлыҡ түләү биреү өсөн Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан 1 378 832 мең һум аҡса бүленгән. Асыҡланыуынса, октябрь өсөн түләүгә документтар биргән бөтә кеше лә был ярҙамды алған. Уның дөйөм күләме 432 миллион һум тәшкил иткән.
Башҡортостан Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, октябрь өсөн аҡса документтарын яңыраҡ тапшырған кешеләргә лә күсерелгән. Законға ярашлы, ғаиләләр был түләүҙе алыу өсөн документтарын 31 декабргә тиклем тапшыра ала. Улар быға тиклемге осор өсөн дә аҡса алыуға хоҡуҡлы. Тик, финанслау күләме етмәү сәбәпле, бындай кешеләр әлегә октябрь өсөн генә алған, һуңғараҡ тулы күләмдә түләнәсәк.
“Федераль аҡса килеү менән түләү тулы кимәлдә бөтә осор өсөн биреләсәк (2020 йылдың 1 ғинуарынан йәки 2020 йылда балаға өс йәш тулған айҙан алып). Бөгөн федераль бюджеттан 719,5 миллион һум кимәлендә субсидия алыу тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйылған”, – тинеләр Хөкүмәттә.
Бынан тыш, республика әлеге түләүҙе ноябрь һәм декабрҙә атҡарыу өсөн Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығына 805,4 миллион һумлыҡ өҫтәмә аҡса алыуға заявка ебәргән.
Фото:Олег Яровиков
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: