Даирә
+4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Октябрь 2020, 11:55

Хәйерле иртә, изге йома менән, ҡәрҙәштәр!

Бөгөнгө көнөбөҙ яҡшы уй-ниәттәрҙә үтһен. Яҡындарыбыҙға тик яҡты теләктәребеҙҙе йүнәлтәйек. Әсәйҙәрҙең балалары өсөн теләгән теләктәре, ҡылған доғалары ҡабул була, сөнки әсәй доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ. Балалар ҙа "Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" тигәнде онотмаһын ине. Туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре ныҡ булһын. Түбәндәге хикәйәт хикмәтле.

Әсә кеше үҙенең сабыйына:

– Әгәр "Ихлас" сүрәһен көнөнә 10 тапҡыр уҡыһаң, Раббым Аллам һиңә Йәннәттә күркәм һарай төҙөп ҡуясаҡ! – ти.

Сабый уҡый башлай... Әсәһе уның артынан ҡабатлай:

– Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Куль һүүә-ллааһү әхәде. Аллааһү-ссамәде. Ләм йәлиде вә ләм йүләде. Вә ләм йәкүл-ләһүү күфүүән әхәде...

Сабый, әсәһенә боролоп:

– Әсәй, ә һин уҡыма! Һин минең һарайҙа торорһоң!
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Читайте нас в