Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Октябрь 2020, 14:45

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ошо көндәрҙә юл хужалығы, “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Һәр предприятие, берҙәмлеге, татыулығы, үҙ эшенең оҫталары булған хеҙмәткәрҙәре менән көслө. Рәсим Фәхретдинов та Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығының иң тәжрибәле шоферҙарының береһе.

- Беҙҙең иңдәргә йөкмәтелгән бурыс - юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, - ти Рәсим Рәшит улы.- Һөнәрем юл хеҙмәте менән бәйле булыуына бер ҙә үкенмәйем. Үҙ эшемде бик яратам.
Шулайҙыр, үҙе һайлаған һөнәр бит ул. Яратмаһаң, ғүмер буйы шофер булып эшләп булыр инеме һуң?
Юлдар, юлдар... Иртәле-кисле күпме тигеҙ юлдар һалып, буранлы көндәрҙә ҡарҙан та­ҙартып, йәйге селләлә асфальт йәйеүҙәр... Юлдар төҙөү иң игелекле ғәмәлдәрҙең береһелер, сөнки юл – тормошобоҙ көҙгөһө. Уларҙың төҙөклөгө, хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар төбәктең социаль торошон билдәләй. Был йәһәттән Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөк­ләндереү идаралығы ҙур эштәр башҡара.
Бында Рәсим Рәшит улының да өлөшө бик ҙур, ул техникаларҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә. Әйткәндәй, Рәсим Фәх­ретдинов идаралыҡта яғыулыҡ заправкалаусы булып эшләй.
Элек күпселек ауыл малайҙары шофер, машина йөрөтөүсе булам, тип хыяллана. Рәсим Рәшит улы ла күп уйлап торма­йынса, мәктәп эскәмйәһенән машина йөрөтөү курсын уңышлы тамамлай. Мәктәпте тамамлап, ил алдындағы буры­сын үтәп ҡайтҡандан һуң яҙмышы уны Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығына алып килә. Был өлкәлә тырышып хеҙмәт итеүенә 35 йыл да булып киткән . Ошо йылдар эсендә Рәсим Рәшит улы үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә, райондың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә һәм хеҙмәттәштәре араһында аб­руй ҡаҙана. Бынан тыш, тырыш водитель Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығының асфальт-бетон заводында “ГАЗ” машинаһында йәйге осорҙа миҙ­гелле эштәр ҙә башҡара.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: