Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Октябрь 2020, 13:35

Өфөлә ҡайҙа, ниндәй байрам саралары үтә?

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә Республика көнөнә һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 446 йыл тулыуға арналған байрам саралары үтә.

ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, көндөҙгө байрам саралары Ленин районының “Тулҡын”, Сипайлово биҫтәһенең “Ҡашҡаҙан”, Дим районының “Дим”, Совет районындағы И. Якутов исемендәге парктарында, шулай уҡ Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда ойошторола.
Бөгөн баш ҡала майҙансыҡтарында байрам йәрминкәләре лә гөрләй. Улар түбәндәге урындарҙа уҙа:
- Дим районының Хәҡиҡәт урамында (Таллин урамынан Ухтомскийға тиклемге арауыҡта);
- Калинин районында Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә;
- шул уҡ Калинин районында Мушников урамы һәм Баландин бульвары киҫелешендә;
- Киров районында Эшсе хәбәрселәр урамының 3, 5, 7-се йорттары янында;
- Ленин районының “Тулҡын” паркы эргәһендә;
- Октябрь районында Спорт һарайы алдындағы майҙанда (Р. Зорге урамы, 41);
- Орджоникидзе районында Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда (Беренсе Май урамы, 14).
Йәрминкәләр иртәнге 10.00-дан 16.00 сәғәткә тиклем эшләй.
Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға тәҡдим ителгән киске программа ла бик бай һәм йөкмәткеле.
Киске сәғәт 6-ла “Торатау” конгресс-холы биләмәһендәге амфитеатрҙа ҙур байрам программаһы башлана. Был кистә амфитеатр “Урал батыр уты” асыҡ төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафонын ҡабул итә. Бында “Zainetdin” (Зәйнетдин) шоу-проектының, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшиндың, “Премьер”, “Lumen” төркөмдәренең сығыштары көтөлә. Концерттың махсус ҡунағы – Башҡортостандың халыҡ артисы Юрий Шевчук етәкселегендәге “ДДТ” төркөмө.
Шулай был көндә тамашасылар Башҡортостан Дәүләт хор капеллаһы һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары менән бергә “Башҡортостан Республикаһы Гимны” флешмобына ҡушыла ала.
Тағы ла бер ҙур сара – “Сәскә ат, Республикам!” байрам концерты 18.00 сәғәттә Рус дәүләт академия драма театры янындағы майҙанда башлана. Бында билдәле йырсылар һәм баш ҡаланың ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Байрам саралары 23.00 сәғәттә ҙур салюттар менән тамамлана. Улар Ленин исемендәге майҙанда һәм “Беренсе Май” паркында ойошторола.
Бөгөн төнгө 22.30 сәғәттә ҡала буйлап 30 автобус ебәреләсәк. Улар байрам сараларын тамаша ҡылған халыҡты “Пушкин” сауҙа комплексы янынан Дим, Затон, Йәшел сауҡалыҡ, Сипайлово биҫтәләренә ташыясаҡ. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, пассажир ташыу менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар ҙа транспорт сараһын арттырасаҡ.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте барлыҡ саралар ваҡытында "Роспотребнадзор" идаралығы кәңәштәрен теүәл үтәргә һәм битлек режимын һаҡларға саҡыра.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: