Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Октябрь 2020, 12:53

Кәбеҫтә менән бәшмәктән

Ял табынына ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Ошондай бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын!

Ял табынына ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Ошондай бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын! 200 грамм аҡ кәбеҫтә, бер кишер, бер һуған, 300 грамм бәшмәк, бер болгар боросо алабыҙ. Ә тышлыҡ өсөн - дүрт йомортҡа, өс аш ҡалағы эремсек, ике аш ҡалағы һоло онтағы, бер аш ҡалағы манный ярмаһы, бер литр һөт, бер семтем сода. Тәүҙә йәшелсәләрҙе турап, тоҙлап, борослап, 20 минутҡа быҡтырырға ҡуябыҙ. Шунан йомортҡаның ағын һарыһынан айырабыҙ. Һарыһын һоло онтағы, манный ярмаһы, эремсек, һөт менән бергә бутайбыҙ ҙа тоҙлайбыҙ, борослайбыҙ. Ағын айырым туғып, ҡатнашмаға ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Артабан форманы майлап, һоло онтағы һибеп, ҡамырҙың яртыһын йәйеп һалабыҙ ҙа, өҫтөнә эслек ҡушып, ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ҡаплайбыҙ. Быҡтырғандан һуң эслектең артыҡ һыуын түгергә кәрәк. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 20-30 минут тирәһе бешерәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: parapirogov.ru Автор: Рисаля Юмагулов https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/K-be-t-men-n-b-shm-kt-n-490120/
Читайте нас: