Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Октябрь 2020, 23:45

Бар тирә-яҡҡа байрам кәйефе таратып...

Бөгөн район үҙәгендәге Ленин исемендәге майҙанда Башҡортостан Республикаһының дәүләт мөстәҡиллеге тураһында Декларация ҡабул ителеүгә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылы барлыҡҡа килеүгә 90 йыл тулыуға арналған байрам концерты булды.

Йыйылыусыларҙы район башлығы Әлфир Сабиров һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев байрам менән ҡотланы. Сара барышында район үҫешенә тос өлөш индергән төрлө өлкәләрҙә эшләүсе бер төркөм яҡташтар, күп балалары әсәләр Маҡтау грамоталары һәм сертификаттар менән бүләкләнде.
Район Мәҙәниәт һарайы артистары, “Далан”, “Йондоҙ” бейеү, “Бөрлөгән” фольклор ансамблдәренең сағыу сығыштарын һәр кем яратып ҡараны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәгә , 10 октябрҙә, Киров урамы буйынса ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙғарыла. 10.00 сәғәттә башлана.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: