Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Сентябрь 2020, 15:47

Рәхмәт һиңә, әсәй!

Күңел йылыһы, хәстәрлеге менән тормошҡа ҡот өҫтәүсе, оло терәк булыусы яҡын кешең - әсәйең булыу – был донъяла иң оло бәхеттәрҙең береһе. Беҙҙең әсәйебеҙ Миңлегөл Миңнулла ҡыҙы Хәмитова ла –тормошобоҙҙо йәмләүсе һәм яҡтыртыусы ҡояшыбыҙ, терәгебеҙ һәм кәңәшсебеҙ.

Ҡәҙерлебеҙ 1960 йылда Мөкәй ауылында Хәмитовтар ғаиләһенә шатлыҡ өҫтәп, беренсе бала булып донъяға килә. Мәктәпте тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙ артабанғы яҙмышын мәғариф өлкәһе менән бәйләргә ҡарар итә һәм Башҡорт дәүләт педагогия инсти­тутына уҡырға инә. Уҡыу йортон 1982 йылда тамамлағандан һуң Ҡырмыҫҡалыға эшкә ҡайта. Тәүҙә хеҙмәт юлын Ҡамышлы ауылында башлаһа, һуңынан тыуған ауылы Мөкәйҙә дауам итә. Мөкәй ауылының гармунсы егете Вәхит Баязит улы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, бер ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Беҙ, балалары, әсәйебеҙ юлын һайланыҡ – барыбыҙ ҙа район мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләп йөрөйбөҙ. Хәҙер инде үҙебеҙ атай-әсәй булдыҡ. Әсәйебеҙ биш ейәнсәре һәм 1 ейәне өсөн өҙөлөп тора, уларға күңел наҙын йәлләмәй өләшә. Яҡыныбыҙ бар ғүмерен мәғарифҡа арнаны, әле лә һөнәренә тоғро – яратҡан эшен ҙур ихласлыҡ менән башҡара.
Ҡәҙерлебеҙ - уңған хужабикә, оҫта аш-һыу оҫтаһы, туған йәнле апай һәм һеңле лә. Уның бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ, үҫтергән сәскәләре күҙҙе ҡа­маш­тырырлыҡ. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙең уңған, егәрле булыуынан өлгө алабыҙ һәм уға биргән тәрбиәһе, бер ниндәй ҡаршы­лыҡтарға, ауырлыҡтарға бирешмәй һәр саҡ дөрөҫ юл һайларға, көслө рухлы булырға өйрәтеүе өсөн сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Бөгөнгө көҙгө матур көндә әсәйбеҙ 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Яҡы­ныбыҙҙы ҡотлап, уға иң изге теләк­тәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн һәр саҡ терәк, кәңәшсе, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр саҡ ҡояштай балҡып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Йөрәгең борсолоуҙар белмәһен, йәшәү дәрте һүрелмәһен, тормошҡа һөйөнөп, ырыҫ-муллыҡта ғүмер кисер.
Тыуған көнөң менән, әсәйебеҙ,
Аяҡ баҫтың алтмышҡа.
Ҡояш төҫлө нурҙар сәсеп,
Йәм өҫтәйһең тормошҡа.
Шуға күрә донъябыҙҙың
Мәғәнәһе, ҡото бар.
Көс алып һинән үҫтек беҙ –
Гүзәл, Әлиә, Айҙар.
Ниндәй эшкә тотонһаҡ та,
Тойоп йәшәйбеҙ ярҙам.
Ейәндәрҙе һис ҡасан да
Өҙмәйһең һөйөү-наҙҙан.
Белем биреү серҙәре лә
Йөрәк түреңә һыйған.
Беҙ ҙә, әсәй, күңел һалып,
Атланыҡ һинең юлдан.
Бөтмәҫ бәхеткә төрөнөп,
Шатлыҡ өләшеп беҙгә,
Именлектә, оҙон-оҙаҡ
Йәшәһәң ине ерҙә.
Балаларың Гүзәл, Айҙар, Әлиә, кейәү-килендәрең Рушан, Гөлназ, Илфат, ейән-ейәнсәрҙәрең Нәркәс, Ләйсән, Айгөл, Илина, Аделина, Искәндәр.
Читайте нас: