Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Сентябрь 2020, 17:03

“Урманды һаҡларға һәм ҡурсаларға кәрәк”

Урмансы һөнәре элек-электән абруйлы һаналған. Был һөнәр эйәләре ер йөҙөндәге иң ҙур хазинаны һаҡлайҙар. Урман – ул йылытыусы, һулаған һауа, йорт һәм хужалыҡ өсөн тәбиғи материалдар...

Урмансы һөнәрен ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һайлай. Боҙаяҙҙа йәшәүсе һәм эшләүсе Фәриҙә Бикмәтова ла - сирек быуатҡа яҡын һайлаған һө­нәренә тоғро ҡалып, йәшел ҡал­ҡаныбыҙға һәм халыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән урман хужабикәһе.
Ауылда үҫкән кеше – ул тәбиғәт балаһы. Шуға был һөнәрҙе һайлаусыға һис тә ап­ты­рарлыҡ түгел. Шулай ҙа уның һөнәр һайлауы осраҡлы килеп сыға. Ҡабаҡ ауылы ҡыҙы урындағы мәктәпте тамамлағас, Өфө урман хужалығы техникумының студенттар йыйы­уы тураһында иғлан күреп ҡала. Фәриҙәне “теплица эше” тигән бүлек ҡыҙыҡһындыра. Теплицала төрлө йәшелсә үҫтерермен, тип күҙ алдына килтереп, туп-тура ошо уҡыу йортона китә. Тик яҙмыш ҡушыуы буйынса документ­тарын “урман хужалығы технигы” тигән белгеслек буйынса тапшыра...
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: