Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һинең кеүек сабыр, миһырбанлы, саф күңелле атайҙар бик һирәктер. Һин беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Үҫтерҙең, кеше иттең, тәрбиә бирҙең. Алдағы ғүмер йылдарыңда тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, шатлыҡ менән үтергә яҙһын! Киләсәктә лә балаларыңдың, яҡындарыңдың шәфҡәтен, хәстәрлегең, иғтибарың һәм ихтирамын тойоп, оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә әсәйебеҙ менән бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта йәшәргә насип булһын.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар?
Иң изге теләктәр менән әсәйең Нурия, ҡатының Хәниә, ҡыҙҙарың Алина, Лиана, кейәүең Илсур.