Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Сентябрь 2020, 15:43

Абакачева Рәмзиә Барый ҡыҙына

2248 Ҡарлыман ауылында йәшәүсе Абакачева Рәмзиә Барый ҡыҙын күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Беҙҙең яҡыныбыҙ кешелекле, изге күңелле, тырыш һәм уңған. Һинең алсаҡлығыңа, тормошто яратыуыңа, көслө рухыңа һәр саҡ һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, балаларыңдың, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, изгелеген күреп, һәр бер атҡан таңға ҡыуанып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Сәләмәтлегең булһын ғүмерлек.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә, Хоҙай,
Беҙҙең өсөн оло терәкһең.
Беҙҙән һиңә мең-мең рәхмәт,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һеңлең Сажиҙә.
Читайте нас: