Ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡтар, йән тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә аҡыллы кәңәшсебеҙ булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәреңдең, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, һәр бер атҡан таңға ҡыуанып, бәхетле оҙон ғүмер кисерегә яҙһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән Зәбир, Гөлфиә һәм балалар.
***
2262 Хөрмәтле Мөхәмәтйәнова Гүзәл Фәйзрахман ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө, оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Тыуыр таңдарығыҙ тыныс, көндәрегеҙ аяҙ булһын.
Ҡотло булһын юбилейығыҙ,
Гел ҡояшлы булһын көндәрегеҙ.
Фәрештәләр генә юлдаш булһын,
Бәхет менән үтһен ғүмерегеҙ.
Күңелегеҙгә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен Һеҙгә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән Фәниә һәм Эльнара.