Һәр заманса ҡатын-ҡыҙҙың гардеробында милли әйбер, ҡомартҡы булырға тейештер, тип уйлайым. Хәҙер йәштәр ҙә милли байрамдарға, ҡөрьән мәжлестәренә матур итеп милли биҙәүестәр тағып йөрөй. Байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек тормошобоҙға ла милли сағылыштар инһә, бик һәйбәт буласаҡ. Әйҙәгеҙ, кемдәрҙең милли кейемдәрҙә фотоһүрәттәре бар, ошо яҙыу аҫтына ебәрәйек. Башҡорт халҡының матур кейемдәренә, биҙәүестәренә һоҡланайыҡ, дуҫтар!